1981—89 йылдарҙа
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы була, 1989 йылдан — Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә. — Көйҙәрҙе мин тиҙ отоп ала торғайным, — тип хәтергә ала йырсы. — Радионан тыңлап отоп, хатта Салауат арияһын йырлап йөрөй торғайным. Миңә элек-электән етди музыка оҡшаны, классик ариялар, романстар тыңларға ярата инем. Шуға күрә һөнәр һайлар ваҡыт еткәс, һис икеләнмәй, йырсы булам, тинем. Сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә алманылар, хор дирижерлығы бүлегенә уҡырға индем. Имтиханда «Таштуғай» менән «Былбылым»ды йырланым.