Яйыҡ
+12 °С
Ясно
Новости
15 Января 2021, 12:10

Әүлиәле изге ауыл

Учалынан ат менән бер кеше Һәйтәк ауылына ҡайтып бара икән. Шул мәл, Ҡарағайлы күле тирәһендә, бер яҡ ситтә, юлһыҙ ерҙән аҡ һаҡаллы ҡарттың китеп барғанын күрә. Уның эргәһенә туҡтап: "Әйҙә, бабай, атҡа ултыр", - ти. Теге ҡарт баш тартып тороп ҡала. Һәйтәк кешеһе ауылға ҡайтып етһә, ни күрә, теге аҡ һаҡаллы бабай ауылда йөрөп ята. "Эй, бабай, һин кем булаһың ул?" - тип аптырап һорай. "Улым, мин Аллаһ бәндәһе. Ауылығыҙ бик изге урында урынлашҡан. Уның өс яғында өс әүлиә ята. Был ауылға ут теймәҫ, был ауылға йот килмәҫ. Ә анау ала бейә торған ерҙә, ат башы ҙурлығындай алтын. Халыҡ белһә, ҡаҙып ҡына алыр ине", - тип төртөп күрһәтә лә, шундуҡ күҙҙән юғала. Һәйтәк кешеһе өнөммө-төшөммө, тип аптырап тороп ҡала. Ә алтын ятҡан ерҙе күпме генә ҡаҙып ҡарамаһындар, бер нимә лә таба алмайҙар.

Фото https://vk.com/id349690344
Читайте нас