Яйыҡ
+12 °С
Ясно
Новости
15 Января 2021, 11:00

Йәнтөйәгем-Учалы

Учалының килеп сығышына бәйле фараздар бик күп. Шуларҙың бер-нисәүһе Һәйтәк ауылынан Нияз Вәлимөхәмәт улы Фәррәховтан яҙып алынған.Әүәләк-Ирәмәл итәгендә йәшәгән ти ике бер туған башҡорт. Олоһо – Ҡаратай, ҡустыһы Алҡатай. Ҡаратайҙың өс ҡатыны була. уларҙан туғыҙ малай һәм биш ҡыҙ тыуа. Алҡатайҙың ике ҡатыны, ике улы һәм өс ҡыҙы була. Башҡорттар Урал тултырып мал-тыуар аҫрап донъя көтәләр. Бер мәлш Ҡаратай ҡустыһы Алҡаатйға был урындан китергә кәңәш бирә. Балалар үҫә, бер-береһе менән һыйышмай башларҙар, ти. Алҡатай ағаһының һүҙен йыҡмай, барлыҡ мөлкәтен, малдарын тейәп, ғаиләһен алып Әбйәлил һәм Баймаҡ райондары яғына юл тота. Ҡаратай Әүәләктә улдары менән үҙе генә ҡала. Бер заман тирә-яҡты байҡап килеү маҡсатында сәфәргә сыға, юлда уға 12-13 йәшлек етем ҡаҙаҡ малайы осрай. Алҡатай үҫмерҙе йәлләп үҙенә аҫрауға ала. Малай үҫеп етеп егет ҡорона инә һәм бер көн килеп ҡаса. Ҡаҙағстан далаларына үҙенең нәҫелен эҙләп юллана, уларҙы барып таба. Тыуған яҡтарына ҡайтҡас үҙе тураһында, ҡайҙа, нисек йәшәүен һөйләп бирә. Күпмелер ваҡыттан һуң бер көтөү ҡаҙаҡтар Ҡаратайҙы таларға киләләр, уны үлтереп, ғаиләһен, малын ҡыуып алып китәләр. Ҡаратайҙың йылҡыһы, һыйырҙары бик күп була, хатта уның улдары бер аттты бер ҡамсыға алмаштырып йөрөгән булған. Яу менән килгәндә Ҡаратайҙың улдары һунарҙа булып ҡала. Ҡайтаһалар, йәшәгән урындарынан бер нимә ҡалмаған. Бының ҡаҙаҡтарҙың эше икәнен аңлап ҡалалар. Кәңәшләшеп арттарынан ҡыуа төшәләр. Ҡаҙаҡтарҙы Ахун ауылы менән эргәһендәге Ҡарағайлы (Карагайка) араһында барып ҡыҫырыҡлайҙар. Уларҙы туҡмап, пыран-зыран килтереп, ғаиләләрен, мал-тыуарҙарын алып кире Уралға ҡайтып йәшәй башлайҙар. Күпмелер ваҡыттан һуң һөйләшеп ялан яғына сығырға ниәтләйҙәр. Бер нисә ғаилә Малай Муйнаҡ, Мулдаҡай, Туңғатар, Ҡорама, Кәрим яҡтарына барып урынлаша. Шулай итеп бында Ҡаратай нәҫеле башҡорттары таралып йәшәй башлай.Ә типтәрҙәр районыбыҙға һуңынан Өфө аръяғынан күсеп киләләр. Учалыға ун ике типтәр ауылы күсеп килә. Элек Учалы Асыуҙы исемле була. Учалы, Иманғол, Ҡунаҡбай, Юлдаш, Илтабан, Ҡалҡан, Илсе, Сәфәр, Мансур, Рысай, Өргөн, Ураҙ – былар бөтәһе лә типтәр ауылдары.Бер ваҡыт Иван Грозный Асыуҙыларҙы (учалыларҙы) суҡындырырға Митрәй тигән урыҫты ебәргән ти. Асыуҙы халҡы уны үлтереп, суҡыныуҙан ҡотлоп ҡалғандар ти.Һәйтәк ауылына ла Ҡаратай нәҫеле Уралдан килгән, тәүҙә улар Әбелғәһем ауылында йәшәгәндәр. Бер заман башта хөкүмәте уларға яланға сығып , иген сәсеп көн күрергә рөхсәт бирә, әмәм ер алыу өсөн хеҙмәткә малайҙар һорай. Уларҙы хеҙмәткә алып 12-шәр йыл хеҙмәт иттергән. Мәҫәлән, Ейәнбай ҡарт тай ун биш йыл хеҙмәт итә. Ҡазанда бер ҡала байының ҡыҙына күҙе төшә. Ҡулын һорай, әммә атаһы ризалашмай. ”Һин наҙанһың, уҡыһаң, һис һүҙһеҙ ҡыҙымды бирәм”, - тип яуаплай. Шулай итеп Ейәнбай ҡарт биш йыл муллалыҡҡа уҡый. Муллалыҡҡа таныҡлыҡ алып, татар ҡыҙын кәләш әйттереп, тыуған яҡтарына ҡайтып китә. Ҡайтҡас уны ун ике ауылға мулла итеп ҡуялар. Хәйергә бер бура аҡса төшә, бер көн аҡсаларҙы өс санаға тейәп Златоусҡа ҡағыҙ аҡсаға алмаштырырға юллана. Бер йөгөн ҡағыҙ аҡсаға, икенсеһеналтын аҡсаға алыштыра, ә өсөнсө йөгөнә банктың аҡсаһы етмәй алыштырырға, ахырҙа кире алып ҡайтып китә.

Учалының килеп сығышына бәйле фараздар бик күп. Шуларҙың бер-нисәүһе Һәйтәк ауылынан Нияз Вәлимөхәмәт улы Фәррәховтан яҙып алынған.
Әүәләк-Ирәмәл итәгендә йәшәгән ти ике бер туған башҡорт. Олоһо – Ҡаратай, ҡустыһы Алҡатай. Ҡаратайҙың өс ҡатыны була. уларҙан туғыҙ малай һәм биш ҡыҙ тыуа. Алҡатайҙың ике ҡатыны, ике улы һәм өс ҡыҙы була. Башҡорттар Урал тултырып мал-тыуар аҫрап донъя көтәләр. Бер мәлш Ҡаратай ҡустыһы Алҡаатйға был урындан китергә кәңәш бирә. Балалар үҫә, бер-береһе менән һыйышмай башларҙар, ти. Алҡатай ағаһының һүҙен йыҡмай, барлыҡ мөлкәтен, малдарын тейәп, ғаиләһен алып Әбйәлил һәм Баймаҡ райондары яғына юл тота. Ҡаратай Әүәләктә улдары менән үҙе генә ҡала. Бер заман тирә-яҡты байҡап килеү маҡсатында сәфәргә сыға, юлда уға 12-13 йәшлек етем ҡаҙаҡ малайы осрай. Алҡатай үҫмерҙе йәлләп үҙенә аҫрауға ала. Малай үҫеп етеп егет ҡорона инә һәм бер көн килеп ҡаса. Ҡаҙағстан далаларына үҙенең нәҫелен эҙләп юллана, уларҙы барып таба. Тыуған яҡтарына ҡайтҡас үҙе тураһында, ҡайҙа, нисек йәшәүен һөйләп бирә. Күпмелер ваҡыттан һуң бер көтөү ҡаҙаҡтар Ҡаратайҙы таларға киләләр, уны үлтереп, ғаиләһен, малын ҡыуып алып китәләр. Ҡаратайҙың йылҡыһы, һыйырҙары бик күп була, хатта уның улдары бер аттты бер ҡамсыға алмаштырып йөрөгән булған. Яу менән килгәндә Ҡаратайҙың улдары һунарҙа булып ҡала. Ҡайтаһалар, йәшәгән урындарынан бер нимә ҡалмаған. Бының ҡаҙаҡтарҙың эше икәнен аңлап ҡалалар. Кәңәшләшеп арттарынан ҡыуа төшәләр. Ҡаҙаҡтарҙы Ахун ауылы менән эргәһендәге Ҡарағайлы (Карагайка) араһында барып ҡыҫырыҡлайҙар. Уларҙы туҡмап, пыран-зыран килтереп, ғаиләләрен, мал-тыуарҙарын алып кире Уралға ҡайтып йәшәй башлайҙар. Күпмелер ваҡыттан һуң һөйләшеп ялан яғына сығырға ниәтләйҙәр. Бер нисә ғаилә Малай Муйнаҡ, Мулдаҡай, Туңғатар, Ҡорама, Кәрим яҡтарына барып урынлаша. Шулай итеп бында Ҡаратай нәҫеле башҡорттары таралып йәшәй башлай.
Ә типтәрҙәр районыбыҙға һуңынан Өфө аръяғынан күсеп киләләр. Учалыға ун ике типтәр ауылы күсеп килә. Элек Учалы Асыуҙы исемле була. Учалы, Иманғол, Ҡунаҡбай, Юлдаш, Илтабан, Ҡалҡан, Илсе, Сәфәр, Мансур, Рысай, Өргөн, Ураҙ – былар бөтәһе лә типтәр ауылдары.
Бер ваҡыт Иван Грозный Асыуҙыларҙы (учалыларҙы) суҡындырырға Митрәй тигән урыҫты ебәргән ти. Асыуҙы халҡы уны үлтереп, суҡыныуҙан ҡотлоп ҡалғандар ти.
Һәйтәк ауылына ла Ҡаратай нәҫеле Уралдан килгән, тәүҙә улар Әбелғәһем ауылында йәшәгәндәр. Бер заман башта хөкүмәте уларға яланға сығып , иген сәсеп көн күрергә рөхсәт бирә, әмәм ер алыу өсөн хеҙмәткә малайҙар һорай. Уларҙы хеҙмәткә алып 12-шәр йыл хеҙмәт иттергән. Мәҫәлән, Ейәнбай ҡарт тай ун биш йыл хеҙмәт итә. Ҡазанда бер ҡала байының ҡыҙына күҙе төшә. Ҡулын һорай, әммә атаһы ризалашмай. ”Һин наҙанһың, уҡыһаң, һис һүҙһеҙ ҡыҙымды бирәм”, - тип яуаплай. Шулай итеп Ейәнбай ҡарт биш йыл муллалыҡҡа уҡый. Муллалыҡҡа таныҡлыҡ алып, татар ҡыҙын кәләш әйттереп, тыуған яҡтарына ҡайтып китә. Ҡайтҡас уны ун ике ауылға мулла итеп ҡуялар. Хәйергә бер бура аҡса төшә, бер көн аҡсаларҙы өс санаға тейәп Златоусҡа ҡағыҙ аҡсаға алмаштырырға юллана. Бер йөгөн ҡағыҙ аҡсаға, икенсеһеналтын аҡсаға алыштыра, ә өсөнсө йөгөнә банктың аҡсаһы етмәй алыштырырға, ахырҙа кире алып ҡайтып китә.
Читайте нас