Яйыҡ
+17 °С
Дождь
Новости
15 Января 2021, 12:05

Һәйтәк ауылы тауҙарының тарихы

Һаҡтау.Был тауҙа борон гел һаҡсы торған. Ул ҡаҙаҡ яуының ҡайҙан килерен күҙәтер булған. Яу күренә-ҡала, тиҙ генә ҡайтып ауылға хәбәр еткергән.Ҡандыбил.Бер заман Һәйтәк башҡорттарының малын ҡаҙаҡтар ҡыуып алып китеп барғанда Һәйтәктәр ошо урында уларға һөжүм яһай. Алыш ныҡ була, ҡан билгә тиклем етә хатта. Ҡандыбил тауының тарихы шунан ғибәрәт.БүрекәйЭлек бында бүреләр бик күп булған тиҙәр. Исеме шуға бәйле.Әсән Софа.Был тауҙа Хәсән Софа әүлиә ерләнгән. Халы телендә тора-бара беренсе хәрефе төшөп, Әсән генә булып ҡала. Әсән Софаның Һәйтәк яғына ҡараған битендә зыярат бар тиҙәр. Элек булған тиҙәр, бер ҡатын ошонда сейә йыйырға килә. Бәләкй эшен йомошларға тип таштар өйөмө ятҡан ергә ултыра. Шул ваҡыт сүгәләп тә өлгөрмәй, ниндәйҙер көс уны 4-5 метрға ситкә күтәреп алып ултырта. Бәй, был ни хәл, тип тағы шул урынға барып ултыра. Тағы шул хәл ҡабатлана. Һуңынан ғына ханымға бында әүлиә зыяраты барлығы иҫенә килеп төшә. Доғаларын уҡып ҡайтып китә.

Һаҡтау.
Был тауҙа борон гел һаҡсы торған. Ул ҡаҙаҡ яуының ҡайҙан килерен күҙәтер булған. Яу күренә-ҡала, тиҙ генә ҡайтып ауылға хәбәр еткергән.
Ҡандыбил.
Бер заман Һәйтәк башҡорттарының малын ҡаҙаҡтар ҡыуып алып китеп барғанда Һәйтәктәр ошо урында уларға һөжүм яһай. Алыш ныҡ була, ҡан билгә тиклем етә хатта. Ҡандыбил тауының тарихы шунан ғибәрәт.
Бүрекәй
Элек бында бүреләр бик күп булған тиҙәр. Исеме шуға бәйле.
Әсән Софа.
Был тауҙа Хәсән Софа әүлиә ерләнгән. Халы телендә тора-бара беренсе хәрефе төшөп, Әсән генә булып ҡала. Әсән Софаның Һәйтәк яғына ҡараған битендә зыярат бар тиҙәр. Элек булған тиҙәр, бер ҡатын ошонда сейә йыйырға килә. Бәләкй эшен йомошларға тип таштар өйөмө ятҡан ергә ултыра. Шул ваҡыт сүгәләп тә өлгөрмәй, ниндәйҙер көс уны 4-5 метрға ситкә күтәреп алып ултырта. Бәй, был ни хәл, тип тағы шул урынға барып ултыра. Тағы шул хәл ҡабатлана. Һуңынан ғына ханымға бында әүлиә зыяраты барлығы иҫенә килеп төшә. Доғаларын уҡып ҡайтып китә.
Читайте нас