15 ғинуар районыбыҙҙа коронавирусҡа ҡаршы вакцинация башланды. Учалы үҙәк ҡала дауаханаһына тәүге 270 доза ҡайтартылған. Беренсе булып социаль учреждение хеҙмәткәрҙәре һәм клиенттары укол ала башланы. Артабан кампанияның нисек йәйелдерелеүе тураһында хәбәр итеп торорбоҙ.