Кешеләргә хас һыҙаттарҙы беҙҙең яҡта, йәғни райондың көньяғында шулайыраҡ әйтәләр. Ошо һүҙҙәрһең барыһын да ишеткәнегеҙ бармы?
Атиха –ир-егеткә тартым холоҡло ҡыҙ бала. Ҡожоҡа – тырнанырға яратыусы. Өшкәбә – тиҙ өшөп барыусан. Көфөй –йылы яратҡан. Мыҡый – белем кимәле самалы. Йөнтабан – үтә һаҡсыл. Һерәү –мин-мин, бәйләнсек. Ҡытмыр – һаран. Сәркәш – үҙ һүҙле, еңмеш. Аҙман – тәртипһеҙ. Һипау – аңра, аңышһыҙ. Алама ғолош – насар кейемле. Һәптән – күп йөрөүсе. Бызмыр – яй. Былҡыш – эш рәтен белмәгән. Бирән – һимеҙ, туйыу белмәҫ. Шилма – шуҡ кеше. Һалмыш – иҫерек кеше. Көшкә (көшкө) – иркә, ҡылансыҡ. Һолһоҙ – эш рәтен белмәй. Ҡыпыш – ҡупшы. Шапыш –әрһеҙ. Быйтыс – үсеккәк. Деүһеҙ, ауан – ҡыҙыу кеше. Яшыҡ – тенкәгә тейеүсе. Баҡна – ҡараусыһыҙ. Үжәт – эшкә әүәҫ. Ширай – яланғас. Жемтек (емтек) –булдыҡһыҙ. Баймабаш – уйламай эшләгән. Шыҡы һуғыу – дуҫтарса көлөү. Тәләкә итеү – мәрәкәләү. Дәләй – иҫәр. Ҡуҡандаҡ – осоҡ, тынғыһыҙ. Талҡыяңаҡ – күп һөйләгән кеше.
Нәҡип Әйүпов, Озерный ауылы
Мөхәрририәттән: диалекттар, йәғни айырым ерлеккә хас һүҙҙәр, тәбәктәрҙең йәме генә түгел, әҙәби телде тулыландырған сығанаҡ та тиерлек. Белгән-хәтерләгәндәрҙе яҙып ебәрегеҙ, баҫып сығарырбыҙ.