Яйыҡ
+14 °С
Облачно
Новости
18 Января 2021, 05:44

Күренекле мөғәллимә хаҡында китап

Арҙаҡлы яҡташыбыҙға 115 йәш тулған булыр ине

Ошо көндәрҙә филология фәндәре кандидаты, Яҙыусылар союзы ағзаһы Рәүеф Вәли улы Шаһиевтың үҙнәшер ысулы менән “Йөҙөк ҡашы Әсмә апай” имсемле хәтер китабы донъя күрҙе.
БАССР һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы исемдәренә иң тәүҙә беҙҙең районда ғына түгел, ә республикала Әсмә Әхмәтвәли ҡыҙы Мөслимова менән Зөмәрә Вәли ҡыҙы Хисмәтуллина лайыҡ булғандар икән. Китапта танылған шағирә, журналист, йәмәғәт эшмәкәре һәм беренсе комсомолка Әсмә апайҙың тормошо, ғаилә хәле, ижады, тынғыһыҙ эшмәкәрлеге хаҡында йылы хәтирәләр, шиғырҙары, Мәжит Ғафури, Ғариф Ғүмәр, Сәйфи Ҡудаш, Төхфәт Йәнәби, Булат Ишемғолов, Ғөбәй Дәүләтшин һәм башҡа арҙаҡлы шәхестәр менән эшләгән дәүер иҫтәлектәре, фотолар тупланған.
Әсмә Әхмәтвәли ҡыҙының тыуған ауылы Ахундағы бала сағы, беренселәрҙән булып комсомол сафына баҫыуы, шиғриәтте үҙ итеүе, Өфөлә, Ҡазанда юғары белем алыуы, билдәле яҙыусылар менән редакцияла эшләүе, “Делегатка” исемле шиғырҙар китабы сығарыуы, мәктәптәрҙә уҡытыуы, һуңғараҡ Өфөгә күсеп Батыр улы менән йәшәүе, республикала күренекле шәхескә әйләнеүе сағылдырыла. Ихлас яҙылған хәтирәләр хөрмәтле уҡытыусыға, үҙ иленең ялҡынлы патриотына ҡарата оло ихтирам уятмау мөмкин түгел.
Ахун ауылы ҡыҙы Әсмә Мөслимованың ялҡынлы йылдарҙа халҡына булған данлы хеҙмәтен, маһир ижадын һәм сәйәси эшмәкәрлеген мәңгеләштереп Учалы ҡалаһының бер матур, яңы урамы уның исемен йөрөтә. Уны хәтерләүселәр, хөрмәт итеүселәр күп әле арабыҙҙа. Был китап – ошоға аныҡ дәлил! Тимәк, бөйөк мөғәллимә апайҙың рухы һүнмәгән!
Әсмә Әхмәтвәли ҡыҙына ошо көндәрҙә 115 йәш тулған булыр ине. Рәүеф Шаһиевтың был хеҙмәте ошо датаға арналған да инде. Һәм киләһе китабы Зөмәрә Вәли ҡыҙы Хисмәтуллинаның 90 йәшенә ҡарата нәшер ителәсәк, тип белдек, афарин!
Һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйтергә кәрәк тип һанайым. Рәүеф Вәли улы Шаһиев үҙенең тынғыһыҙ ижады аша республикала билдәле ғалим-педагог, яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәренә әйләнгән. Бөгөн 15 китап авторының, йөҙәрләгән очерктар, ижади портреттар, рецензияларынан тыш, төрлө нәшриәттәрҙә “Икмәк булһа, йыр ҙа була”, “Учалы ынйылары”, “Ижад офоҡтары киңәйә”, “М.Х.Минһажетдинов. Тормошо һәм ижады” (монография), “Ғилем һәм әҙәп илселәре”, “Башҡорт прозаһында герой асылы” (монография), “Светила наук отчего края” (ҡыҫҡа энциклопедия), “Ижад алиһәләре”, “Замандаштар. Кеше күңеленә сәйәхәт”, “Әҙәби тәнҡиткә фекер арғымағы”, “Зөмәрә апай балҡышы” йыйынтыҡтары үҙ сиратын көтә йә эш өҫтәлендә ята .
Минең уйымса, актив яҙышҡан хәбәрселәр, тыуған яҡты өйрәнеүсе тарихсылар, әҙәбиәтселәр өсөн Учалы районында Әсмә Мөслимова исемендә премия булдырыу дөрөҫ булыр ине. Һәм был премияға беренсе кандидат - Әсмә апай Мөслимова хаҡында “Яйыҡ”, “Башҡортостан” гәзиттәрендә очерктар баҫтырған, бөгөнгө “Йөҙөк ҡашы Әсмә апай” китабын яҙған Р.В.Шаһиев.
Әйткәндәй, был яҡташыбыҙҙың ошо аралағы бер ҡаҙанышы - Рәүеф Вәли улы “Башҡортостан” гәзитенең йыллыҡ лауреаты исеменә лайыҡ булды, ҡотлайбыҙ!
Әнисә Фәррәхова, РФ почетлы педагогы, БР мәғариф алдынғыһы
Читайте нас