Шәмсиә исемле апайҙың ире эштән гел ген "төшөрөп" ҡайта икән. Башҡа сараһы ҡалмаған ҡатын шәп ысул табып ала - оҙон һуйыл тотоп юл сатына сығып тора ла атты "һул"ға ебәрмәй, өйөнә табан бора, ти. Бер тапҡыр өлгөрмәйерәк ҡала был. Һуйылын тотоп, урамға сыҡһа, аттың ҡойроғо ғына күренеп ҡала. Ире шат йылмайып:
-Поздно, Шәмсиә! - тип ҡул болғай икән.