Ғәлиәхмәр менән Зәйнәкәй ауылдары араһындағы Түңәрәк-күл тураһында күптәр белмәйҙер моғайын. Учалыла тыуып-үҫеүемә ҡарамаҫтан, беҙҙә ошондай күл барлығын күптән түгел генә ишеттем.
Белорет-Учалы трассаһы аша барғанда уны алыҫтан күрергә була, ысынлап та түңәрәк, сите тигеҙ. Эргә-тирәләге ауылдарҙа йәшәүсе ололарҙың һөйләүенсә, күл электән бер үк хәлдә, бәләкәсәймәй ҙә, ҙураймай ҙа икән. Тәрәнлеге ниндәй икәнен дә береһе лә белмәй. Шуныһы ҡыҙыҡ, күлдең һыуы ҡоролоҡ йылында ла кәмемәй. Йылға-күлдәрҙең һыуы кәмей, ә уныҡы юҡ.
Легендаға буйынса, борон башҡорттарға дошмандар һөжүм яһаған, ир-аттар ғаиләләрен ҡалдырып уларға ҡаршы сыҡҡан. Ҡатындар балаларын алып Ҡуңыр-Буға юлы буйлап Урал төпкөлөнә юлланырға уйлағандар. Йылға буйлап китеп барғанда ҡапыл күк күкрәп көслө боҙло ямғыр башланған. Тирә-яҡ ҡараңғыылҡҡа күмелгән. Алдан барыусыларҙы ҡурҡыу ала, мал-тыуар ситкә тарала, кешеләр йүгерешеп йәшенергә урыны эҙләйҙәр. Шул мәл йылға ярҙарынан сығып яҡын-тирәне баҫа башлай. Төркөм менән бергә барған ауырлы ҡатын да һыу эсендә ҡала. Бисара ҡотолоу сараһын эҙләп ярҙам һорап ҡысҡыра, берәй нәмәгә йәбешергә тип ян-яғына күҙ һала. Бер мәл үҙенән алыҫ түгел өргән тауыш ишетә һәм шул яҡҡа ҡарап йөҙә. Ҙур ҡарағас ағасында эт ултырғанын күрә лә уның эргәһенә үрмәләп менә. Күп тә үтмәй тулғағы тотоп бала таба башлай. Сабый ағас башында донъяға килә, әсәһе был мәхшәрҙән тиҙерәк ҡотолдороуҙы һорап доғаларын уҡып, Хоҙайға ялбара. Бер аҙҙан көслө тауыш ишетелә, уның артынса ямғыр ҙа тыма. Әле генә һыу баҫҡан ер элекке хәленә ҡайтып тиҙ арала ҡоп-ҡороға әйләнә. Ҡатын күҙҙәрен асһа, эргәһендә төлкө ултырғанын күрә. Көслө ямғыр аҫтында төлкөнө эт менән бутаған икәнен аңлай. Төлкө ағастан һикереп төшә лә тауҙар яғына юлын дауам итә.
Ҡатын да сабыйын алып артабан атлай һәм шул мәл үҙен үлемдән алып ҡалған ҡарағас эргәһендә түңәрәк кенә күл барлыҡҡа килгәнен күрә. Һыуы шул тиклем йылы икән. Балаһын йыуыштырып, үҙе йыуынғандан һуң ҡатын үҙенә хәл кергәнен тоя.
Күпмелер ваҡыттан һуң ҡатын ире менән ошо серле күл эргәһенә килеп төпләнәләр. Күлде Түңәрәк-күл (Круглое), ә уның эргәһендәге яланды Төлкө яланы тип атайҙар. Шулай итеп был ҡатындан Төлкөләр нәҫеле тарала. Ваҡыт үтеү менән Түңәрәк-күл мөғжизәле күл исемен ала. Ырымдарға ышанһаң, был күл йәш кәләштәргә, ауырлы ҡатындарға, яңы тыуған сабыйҙарға бик ыңғай тьҫир итә икән. Ышаныуҙар буйынса күлгә аҡса, төрлө әйберҙәр ташларға тыйыла, ир-аттарға ла күл буйында, Төлкө яланында йөрөргә ярамай икән. Күлдең һыуын оҙон һаплы ижау менән генә һирпеп алырға рөхсәт ителә. Түңәрәккүл 40 көн эсендә яуыз һәм изге кешеләрҙе асыҡлау һәләтенә лә эйә тип һөйләйҙәр. Кешенең һаулығына, аҡылына яҡшы йоғонто яһай. Ә бына Төлкө нәҫеле кешеләре тылсымға эйә, уларға ҡаршы насарлыҡ ҡылырға ярамай, тип тә әйтәләр. Бик ҡыҙыҡлы легенда.