Яйыҡ
+14 °С
Облачно
Новости
18 Января 2021, 08:35

Учалының арҙаҡлы шәхестәре

#БашҡортостанУчалы##арҙаҡлы#шәхестәребеҙ Муса Лут улы Мортазин 1891 йылда Ырымбур губернаһы Верхнеуральск өйәҙе Күбәләк-Тиләү волосы Көсөк ауылында тыуа( хәҙерге Учалы районы Көсөк ауылы).

#БашҡортостанУчалы#
#арҙаҡлы#шәхестәребеҙ

Муса Лут улы Мортазин 1891 йылда Ырымбур губернаһы Верхнеуральск өйәҙе Күбәләк-Тиләү волосы Көсөк ауылында тыуа( хәҙерге Учалы районы Көсөк ауылы). Мәскәүҙәге Юғары хәрби-педагогик мәктәпте, РККА-ның М. В. Фрунзе исемендәге хәрби академияһын тамамлай. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең күренекле дәүләт һәм хәрби эшмәкәре, комбриг. Мәскәүҙә үткән Бөтә Рәсәй мосолмандарының 1 съезында ҡатнаша, Башҡортостандың Ваҡытлы Революцион Советы ағзаһы, башҡорт ғәскәрендә эскадрон, полк командиры була. Автономия өсөн көрәштә актив ҡатнаша. 1920 йылда Совет-Польша һуғышында батырлыҡ күрһәтә. 1920-1922 йылдарҙа БАССР-ҙың хәрби эштәр буйынса халыҡ комиссары, БашЦИК рәйесе. 1928-1937 йылдарҙа Оборона халыҡ комиссариатында РККА-ның аттар составын тулыландырыу буйынса 2-се бүлексәһе начальнигы. Муса Лут улына 1935 йылда комбриг зааниеһы бирелә. Ул өс тапҡыр Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградланған, яҙыулы алтын сәғәт, көмөш ҡылыс менән бүләкләнгән.
Ҡаһарман полководец Муса Мортазин хаҡында Я. Хамматов "Муса батыр", Р.Солтангәрәев "Осто бөркөт", М. Ямалетдинов "Ҡотолоу юлҡайҙарын тапманым", Ғ. Шафиков "Для ратных дел рожденной" әҫәрҙәрен ижад итә.
Читайте нас