Рамай Ҡаһирҙың һәләте буш урында яралмаған: өләсәһе Хәтимә әбей боронғо стилдә шиғырҙар яҙған булған
[3]. Тимәк, уның Шиғырҙарынан ихласлыҡ, ябайлыҡ бөркөлгән Учалы шағиры Рамай Ҡаһирҙың ижады айырым бер хисле лә, шул уҡ ваҡытта көслө ихтыярлы ла шиғриәте барыһына ла яҡшы таныш. Уның яҙмаларында милләтебеҙҙең борон-борондан килгән ҡатын-ҡыҙға ҡарата оло хөрмәте, һоҡланыуы, һаҡсыл һәм шул уҡ ваҡытта ҙур өмөттәр бағлаған мөнәсәбәте асыҡ сағыла.