Яйыҡ
+14 °С
Облачно
Новости
19 Января 2021, 06:50

Алтмыш алты алкоголик руль артында

Был айҙа ла Учалыла 15 иҫерек водитель тотолоп өлгөрҙө

Йыл башланып ҡына тора, ә районыбыҙҙа 15 водитель иҫерек көйөнсә тотолдо ла инде, һәм алтыһы – хәҙер инде икенсе тапҡырға!
Былтыр Учалы районында 363 водитель эскән көйөнсә руль артына ултырып тотолдолар, тип белдерҙе беҙгә ЮХХДИ инспекторы Гөлнара Ғүмәрова.РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 12.8-се статьяһы буйынса бындай эскеселәргә 30 мең һум штраф һалына, 1,5-2 йылға транспорт менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителәләр. Шундай уҡ яза иҫерек водителгә транспорт сараһын биргән өсөн дә ҡаралған.
Улай ғына ла түгел бит әле, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре административ язаға тарттырылып та, йәнә иҫерек көйөнсә автомобиль йөрөткән 66 гражданды ла тота. Ундайҙары тамам алкогликтарҙыр инде инде. Шуға ла йәлләп тормайҙар, РФ Енәйәт кодексының 264.1-се статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла: 300 мең һумға тиклем штраф, 3 йылға транспорт менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителәлеү, 2 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеүе лә мөмкин.
Иҫерек водитель юл-транспорт һәләкәтенә ғәйепле була икән, 9 йылға тиклем төрмәгә ултыртыуҙары ла бар.
Читайте нас