Яйыҡ
+18 °С
Облачно
Новости
19 Января 2021, 05:43

Бындай әшәкелекте сәхифәгә лә ҡуймайбыҙ

"Ижадсы" табылған икән!

Башҡорт милли кейемендә һәм милли атрибутика менән ярым яланғас кешеләрҙе төшөргән Өфө рәссамы Алён Савельева тураһында яҙып та тормаҫ инек, интернетта бәхәстәр киң таралды. Һүрәт шәрәмәттәрен сәхифәгә ҡуйырға ерәнәбеҙ. "Слон и моська" мәҫәлендәге һымаҡ килеп сыға инде: таныла алмаған рәссам шәрәмәте данын таратыу өсөн тотош халыҡты үсекләргә тотондо. Башына ҡәһәр төшөүҙән дә ҡурҡмай икән!
Фәҡәт бәхәстәр ҡупҡанға ғына БР Башлығы мөнәсәбәтен белдерергә мәжбүр булалыр, "Башинформ" агентлығы был хаҡта:
Республика Башлығы Радий Хәбиров башҡорт милли кейемендә һәм милли атрибутика менән ярым яланғас кешеләрҙе төшөргән Өфө рәссамы Алён (Алёна) Савельеваның ижадына үҙенең ҡарашын белдерҙе.
Ул бер нисә тапҡыр цензура менән шөғөлләнмәүен белдерҙе, ләкин уға Өфө рәссамының һүрәттәре бөтөнләй оҡшамай.
«Минең өләсәйемдең селтәре бар ине, ҡатын-ҡыҙ өсөн был — милли кейемдең мөһим элементы, уны ошолай әшәке итеп төшөрөү миңә оҡшамай. Әйҙәгеҙ, әҙәплерәк булайыҡ: милли мөнәсәбәттәр — күҙгә күренмәҫ сик. Кем шуны аңламай — бында ултырырға лайыҡ түгел. Тәртиплерәк булырға кәрәк. Ҡайһы бер кешеләр өсөн был — мыҫҡыл итеү, ҡайһы берәүҙәр рәссам шулай күрә, тип әйтергә мөмкин. Ләкин мин быны бик насар тип иҫәпләйем», — тине республика етәксеһе хөкүмәттәге оператив кәңәшмәнең аҙағында.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, интернетта Алён Савельеваның фломастер менән төшөрөлгән һүрәттәре тураһында ҡыҙыу бәхәс барҙы. Социаль селтәрҙә #якультурноенаследие флешмобы иғлан ителде, республикала йәшәүселәр үҙҙәренең милли кейемдә төшкән фотоларын һала башланы.
Читайте нас