Яйыҡ
+14 °С
Облачно
Новости
19 Января 2021, 06:00

Йөрәктәрендә - дәрт, беләктәрендә - көс-ҡеүәт

Уҙған шәмбе Илсе ауылы шат ауаздарҙан, дәртләндереп һөрәнләүҙәрҙән гөрләп торҙо. Мәҙәниәт йорто алдында машиналар күплегенә лә хайран ҡалырлыҡ ине. Баҡһаң бында яңы йыл уйындары ойошторола икән.

Уҙған шәмбе Илсе ауылы шат ауаздарҙан, дәртләндереп һөрәнләүҙәрҙән гөрләп торҙо. Мәҙәниәт йорто алдында машиналар күплегенә лә хайран ҡалырлыҡ ине. Баҡһаң бында яңы йыл уйындары ойошторола икән.
Ашығып эскә үтәбеҙ һәм спорт костюмдары кейгән ярышсыларҙы күрер урынға, беҙҙе Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, Ҡуян, Лама һәм башҡа сағыу костюмдар кейгән актив һәм сәләмәт тормош алып барырға яратыусы йәштәр ҡаршы ала.
Белеүебеҙсә, быйыл Илсе ауыл Советы “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнаша. Ошо бәйге сиктәрендә ауыл хакимиәте бихисап саралар уҙғарыуҙы планлаштырған. Был юлы, яңы йыл уйындарын дауам итеп, квест уҙғарырға булғандар (“квест” һүҙе инглиз теленән тәржемә иткәндә - мажаралы уйын, тигәнде аңлата).
- Был юлы квест уҙғарырға планлаштырҙыҡ һәм унда ҡатнашырға күрше ауыл Советтарын да саҡырҙыҡ. Беҙҙең тәҡдимде Учалы һәм Сәфәр ауыл хакимиәттәре ихлас ҡабул итте. Һөҙөмтәлә, ете команда тупланды, - тип аңлатма биреп уҙҙы Илсе ауыл Советы башлығы Азат Вәлитов.
Уның һүҙҙәрен йөпләп, район хакимиәтенең социаль үҫеш секторы мөдире Альбина Камаева бар уйынсыларға ла уңыштар теләне һәм команда уйындарының һәр саҡ коллективты берләштәреүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, сараны ойоштороуҙы, уйындарҙы “Горизонт” турист-спорт комитеты әҙерләгән. Һәр этап уйланылған һәм заданиелар мәҙәниәт йортонда ғына түгел, ә ауылдың төрлө мөйөшөндә булыуы менән ҡыҙыҡлы ла, мауыҡтырғыс та һәм, әлбиттә, мажаралы ла булды.
Командалар жеребьевка үтеп, үҙҙәре менән таныштырғандан һуң, һәр береһенә маршрут картаһы тапшырылды. Унда ҡайҙа, ниндәй задание үтергә тейешлектәре аңлатып яҙылған ине.
Үҙҙәрен “Усаҡ”, тип таныштырған Илсе ауылы йәштәре командаһы эргәһенә киләм. Уларҙың тәүге этабы Илсе ағинәйҙәре әҙерләгән бурысты атҡарып сығыу ине. Ағинәйҙәр Зилә Кәлимуллина менән Роза Абзалова матур милли кейемдә команданы ихлас сәләмләгәндән һуң, йәштәргә эш ҡуштылар - өс минут эсендә мөмкин тиклем күп итеп йөн иләү. Шәп кенә кәңәшләшкәндән һуң, “Усаҡ”тар Ғайса Сафин атлы егетте йөн иләргә ултыртып ҡуйҙылар. Тәүҙә нисек итеп ипләп ултырырға, орсоҡто нисегерәк тоторға, өйөрөлтөргә кәрәклеген ағинәйҙәр матур итеп кенә аңлатып, күрһәтеп бирҙе. Шунан Ғайса тырышып-тырмашып йөн иләргә кереште. Орсоҡ егеттең ҡулында бик өйөрөлөргә тырышмаһа ла, егет тә бирешә торғандарҙан түгел ине - тырышты. Афарин, Ғайса! Ә бына “Учалы урта мәктәбе пионерҙары” командаһынан Гөлнара Талменева был һынауҙы бик еңел үтте. Һоҡланыуымды йәшермәйенсә ҡыҙҙың эргәһенә киләм.
- Йөн иләү миңә бала саҡтан яҡшы таныш. Өләсәйем менән үҫтем бит, ул өйрәтте, - тип йылмайҙы ҡыҙ.
Гөлнара Талменева Учалы урта мәктәбен тамамлаған, бына өс йыл инде тыуған мәктәбендә педагог-психолог булып эшләй. Команда составында шулай уҡ директорҙың уҡыу буйынса урынбаҫары Артур Ғилметдинов, физкультура уҡытыусыһы Азамат Әхмәҙиев, уҡыусылар Инна Уфимцева, Азамат Кәримов һәм Ислам Хәбиров булды. Команданы мәктәп директоры Гөлназ Кирәева һәм уның тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары Гүзәл Кәримова дәртләндереп торҙо.
“Спортики” командаһы - Сәфәр ауылынан. Улар мәктәптең спорт майҙансығында задание үтергә тейештәр. Нисек барып етерҙәр унда, ара алыҫ ҡына, аҙашып йөрөмәҫтәрме, тип борсолоуом юҡҡа булған. Мәҙәниәт йорто алдында уйында ҡатнашыусыларҙы махсус такси - санаға егелгән аттар көтә ине. Белеүебеҙсә, шәхси эшҡыуар Зөһрә Батыршина Илселә йылҡы малы үрсетеү менән шөғөлләнә. Уйынға йәм өҫтәп, ул ҡатнашыусыларҙы атта йөрөтөүҙө ойошторған. Дим Уйылданов менән Рәүис Абдрахманов ярышсыларҙы кәрәкле урынға алып барып, килтереп ҡуйыуҙы үҙ иңдәренә алды.
Мәктәптең спорт майҙансығы мөһим стратегик нөктәгә әйләнде был көндө. Ҡатмарлы, шул уҡ ваҡытта бик ҡыҙыҡлы заданиелар әҙерләнгәйне. Сумо көрәшселәре костюмын кейеп йүгерергә (улар артынан тоҡ кейгәндәр ҙә ҡалышмай), уны сисергә, “үрмәксе ауы” һәм “канат юлы” этаптарын үтергә, һуңынан махсус ҡалып эсенә инеп, команда менән күрһәтелгән урынға тиҙлеккә барып етергә кәрәк ине.
Сәфәр ауылынан “Спортики” командаһы өсөн был ҡаршылыҡтар әллә ни ауырлыҡ тыуҙырманы буғай. Һәм был аңлашыла ла, сөнки команда тик егеттәрҙән тора ине. Капитандары - физкультура уҡытыусыһы Эдуард Кәримов, Башҡорт алтын табыу компанияһында эшләп йөрөүсе Данил Исхаков, “Урал таштары” йәмғиәтендә эшләүсе Илсур Сафин, Учалы тау сәнәғәте колледжы студенттары Заһит Ғәниев менән Вадим Ихсанов етеҙ ҙә, таһыл да булыуҙарын дәлилләнеләр.
Шул уҡ майҙансыҡта ярышсыларҙы “Мәргән уҡсы” ойошмаһынан Илдар Исхаҡов менән Рөстәм Тләүбирҙин көтә ине. Милли кейем кейгән уғатарҙар байрамға йәм өҫтәне. Уларҙың йолаларыбыҙҙы йәштәр араһында пропагандалауға күп көс һалыуы сер түгел. Был юлы ла командаларға уғатарлыҡ тураһында һөйләп, йәйә менән уҡты дөрөҫ тоторға, нисек атырға кәрәклеге хаҡында төшөндөрөп торҙолар. Әйткәндәй, Илсе ауыл хакимиәтенең “Силсәүит” командаһы башлығы Азат Вәлитов был этапта шәхсән үҙе ҡатнашты.
Мәктәп ҡаҙанлығы - сираттағы ҡаршылыҡты уҙыу нөктәһе ине. Бында Илсе урта мәктәбенең хәрби етәксеһе Ғамил Абзалов командаларҙан тиҙлеккә ҡул менән утын быстыртты. Беҙҙең бала саҡта был шөғөл таныш булһа ла, бөгөнгө йәштәр ҡул бысҡыһы менән утын быса беләме икән? Белә! Тик йәштәрҙән торған “Ҡайнар йөрәктәр” командаһы уйынсылары быны яҡшы дәлилләне. Афариндар!
Атҡа ултырып ауыл хакимиәте бинаһына киләбеҙ. Бында музей урынлашҡан. Беҙҙе унда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәмилә Солтанова сәләмләй. Өс төрлө әйбер - боронғо кирбес һуғыу ҡалыбы, совет заманында файҙаланылған һут һауыттарын нығытып ҡуйыу ҡорамалы һәм бик бәләкәй әйберҙәр үлсәгесе тәҡдим ителде. Командалар ошоларҙы танып, исемдәрен яҙып сығырға тейештәр ине. Ниндәй генә яуаптар ишетелмәне лә, ниндәй генә фараздар яңғыраманы унда! Шулай ҙа “Бөркөттәр” командаһының боронғо кирбес һуғыу ҡалыбын дөрөҫ әйтеүҙәре аптыратты ла, һоҡландырҙы ла. Белә бит беҙҙең йәштәребеҙ халҡыбыҙҙың үткәнен, йәшәү рәүешен, тардицияларын!
Сираттағы заданиела, мәҙәниәт йортонда урынлашҡан китапханала, командаларҙы милли кейемдә китапханасы Роза Уйылданова ҡаршы алып тора. Матур итеп сәләмләгәндән һуң, ауылдың легендаларына, тарихына, традицияларына, иҫтәлекле урындарына бәйле һорауҙарға яуап бирергә саҡыра. Һорауҙар, ысынлап та, ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс булды. Үҙем ошо ауыл ҡыҙы булһам да, заданиеларҙы барлай торғас, күп яңы мәғлүмәттәр белеп ҡалдым.
Һуңғы һынау - ауылдың картаһында урамдарҙың исемдәрен яҙып сығыу ине. “Горизонт” комитеты етәксеһе Зилә Фәтҡуллина менән педагог-ойоштороусы Эльвира Заһитова белдереүенсә, командаларҙың барыһына ла алдан урам исемдәре күрһәтелгән карталар өйрәнеү өсөн алдан ебәрелгән булған. Бик етди һәм ҡыҙыҡлы булды был задание ла.
Командалар тәьҫораттары менән бүлешкән арала жюри ағзалары урындар бүлде. Һөҙөмтәләр түбәндәгесә: “Спортики” командаһы “Иң креатив” номинацияһында билдәләнде. “Ҡайнар йөрәктәр” “Иң шат команда”, тип танылды. “Силсәүит”тәр “Маҡсатҡа артылыусан” номинацияһын алды. Илсе урта мәктәбе уҡытыусыларынан торған “Ҡыш бабай ейәндәре” командаһы “Иң дуҫ команда” тип табылды. III урын һәм “бронза” миҙал менән “Усаҡ” командаһы бүләкләнде. II урынға һәм “көмөш” миҙалға Илсе ауылынан “Бөркөттәр” командаһы лайыҡ булды. Беренсе урынды һәм “алтын” миҙалды хаҡлы рәүештә Ә. Хөснөтдинов исемендәге Учалы урта мәктәбенең “пионерҙары” алды. Бынан тыш, уйынсылар махсус сертификаттар менән дә бүләкләнде.
Ошолай шаулап-гөрләп үтте яңы йыл квесы. Һәр ҡатнашыусы унда көс, дәрт, илһам алып, иң мөһиме айыҡ тормош алып барыу яҡлы булып, илселәр әҙерләгән тәмле былауҙан ауыҙ итеп, дуҫтарса мөнәсәбәттә тағы ла осрашырға һүҙ бирешеп таралышты.
Читайте нас