Төркмәнстанда газ, һыу һәм электричество халыҡҡа түләүһеҙ ине, хәҙер был хөрриәт бөтөрөлдө. Улай ғына ла түгел, кем коммуналь түләүҙәр буйынса бурыс йыя, уға дәүләт магазиндарынан икмәк һатып алырға рөхсәт иткән белешмә бирелмәйәсәк, тип хәбәр ителде. Шулай уҡ, икмәк алыу өсөн ғаилә составы тураһында белешмә талап ителә икән. ....күпме генә бәлә һалһаҡ та, беҙҙә тормош шөкөр икән әле!
“Московский комсомолец” гәзите, федераль һалым хеҙмәте етәксеһе урынбаҫары Дмитрий Вольвачҡа һылтанып, тетрәндергес һандар килтерә: Рәсәй граждандары сит илдәрҙәге иҫәп счеттарында 13 триллион һумға бәрәбәр сумма тота. Бындай аҡсаны күҙ алдына ла килтереп булмай. Ошо байлыҡ үҙебеҙҙең ил мәнфәғәтендә эшләһә, беҙ түгел, Европа беҙгә көнләшер ине буғай.
“Самауыр үҙебеҙҙеке, ҡасан теләйбеҙ, ҡайнатабыҙ ҙа эсәбеҙ” тигән әйтемде ишеткәнегеҙ барҙыр. Африкалағы Уганда тигән ил менән 1986 йылдан алып Йовери Мусевени идара итә. Үҙе олоғая башлағас, президент 75 йәштән йәшерәк булырға тейеш, тигән законды ғәмәлдән сығарта ла, әле яңы һайлауҙарҙа ҡатнаша. 11 кандидат араһында төп көндәше - регги-йырсы ( йәштәрсә стиль) Бобби Вайн. Тап был кандидат интернет аша йәштәргә йоғонто яһай алмаһын, тип, ил властары һайлау алдынан социаль селтәрҙәрҙе һүндертә. Американдарҙың ике йөҙлөлөгөнә иҫ китер - Уганда властары ҡылығын тәнҡитләргә тотондолар, йәнәһе лә, кеше хоҡуҡтарына хыянат итеү була был. Ә бит ошонан бер-нисә көн алда ғына АҠШ-та Дональд Трамп ил граждандары менән туранан-тура аралаша алмаһын өсөн социаль сәхифәләре һүндерелә лә ҡуйыла, президент икәнлегенә лә ҡарап торманылар
Тыванан РФ Ҡораллы көстәренә хеҙмәткә саҡырылған егет интернет аша республика башлыҡтары Шолба́н Вале́рьевич Кара-о́ол иптәшкә мөрәжәғәт итте. “Мине һәм яҡташтарымды милләт буйынса йәберләйҙәр”, - тип бәлә һала сап-саф тува телендә. Республика етәксеһе, барыһын да асыҡларбыҙ, тип вәғәҙә итә. Факттар раҫлана икән, кемгәлер бик ҡаты яуап тоторға тура килеүе лә бар – әрмелә милләт-ара низағтарға юл ҡуйыу үҙе генә лә хәрби енәйәткә тиң. Шуныһы ғына көлөрлөк тә, иларлыҡ та – бәлә һалған егет РФ Оборона министрының яҡташы ғына түгел, үҙенең дә фамилияһы Шойгу! Тик бына шуныһы ла бар: Куулара Шойгу бер һалдат менән һуғышып, былтыр декабрь айында үҙенә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған икән.
Элекке заманаларҙа, закондың хәрефе генә түгел, рухы ла мөһим, тип әйтелә ине. Бына, әйтәйек, РФ Административ кодексының 20.3-сө статьяһы менән нацистарҙың (фашистарҙың) символикаһын халыҡ алдында күрһәтеү тыйыла. Закондың рухы - ҡәбәхәт идеологияны аҡлауға, пропагандалауға юл ҡуймау. Ә закондың тик “хәрефе” генә буйынса - Удмуртия прокуратураһы Ижевск ҡалаһындағы циркты тикшерә башлаған тип хәбәр ителде. Унда совет һалдаттары кейемендәге артистар фашист формаһы кейҙерелгән кәзә тәкәләрен тегеләй-былай баҫтырып, ҡыуғылап күңелле тамаша күрһәткәндәр. Был ниндәй пропагандай булһын инде, киреһенсә, әҙәм аҡтыҡтары хәтеренән көлөү. Иҫәргә табынырға ҡушһаң, маңлайын ярыр, кеүек килеп сыҡмаһын инде!
Мәскәүҙә «Ералаш» киножурналының художество етәксеһе Борис Грачевский 72-се йәшендә донъя ҡуйҙы. Табиптар һуңғы минутҡа тиклем COVID-19 эҙемтәләре менән көрәшһә лә, сир үҙенекен итте. Насар аурыу менән дә ауырыған була икән шул, шуға ла коронавирусҡа бирешә. Ә насар ауырыуға ныҡ көйөүе лә сәбәпсе булған тиҙәр: “Ералаш” аҡса һаҡлаған банк банкротҡа ултыртыла ла, һуңғы йылдарҙа бар халыҡ яратҡан тапшырыуҙарҙы төшөрә алмайҙар. “Дом-2” йә башҡа аҙғын тапшырыу түгел бит, аҡса биреүсе булмай. Йәне йәннәттә булһын – иҫ киткес көләс, мауыҡтырғыс һәм тәрбиә йәһәтенән кәрәкленән-кәрәкле мираҫ ҡалды унан.
Уҙыш күгәрсендәре лә була икән. Былтыр көҙ Америкала ошондай бәйгелә ҡатнашған бер ҡош нисектер Австралияға килеп эләгә. Мельбурн ҡалаһы кешеһе үҙ йорто ихатаһында хәлһергән ҡошто абайлай, тәпейендә ҡайҙан икәнлеге яҙылған дүңгәләк беркетелгән була. Бахыр ҡошто ашата, Джо ҡушаматы таға (яңы Америка президенты Джо Байден хөрмәтенә). Тик был хаҡта урындағы властар белеп ҡала ла, тотоп тапшырырға ҡушалар. Тикшерелмәй сик аша үткәс, инфекция таратмаһын өсөн ҡанатлы сәйәхәтсене үлтерергә йыйыналар. Мәрхәмәтле Австралия гражданы, ҡош хәҙер нығынып алғас, миңә яҡын килмәй, тип хәйләләүен хәйләләй ҙә ул, аҙағы нисек булыр инде – властар профессиональ ҡош аулаусыны ялларға йыйыналар, ти. Әлбиттә, күгәрсен донъяның бер осонан икенсеһенә 13 мең километрҙы осоп үтә алмаҫ ине, күрәһең, берәй карапҡа ҡунған да, йөҙөп килгән.
Донъяла кеше ҡаяға яһаған иң боронғо һүрәткә 45,5 мең йыл икәнлеген махсус экспертиза күрһәтте. Индонезияның бер мәмерйәһендә табыла ул. Йүнлерәк һүрәт яҡшыраҡ булыр ине – бында иһә һөйәлле ҡыр сусҡаһы төшөрөлгән. Бынан алдағы рекордсмен да шул уҡ Сулавеси утрауында табылған була. 43,9 мең йыл элек төшөрөлгән ҡая һүрәтендә ниндәйҙер ярымкеше -ярымхайуандар. Әллә элек ундай йән эйәләре лә булғанмы, элек рәссамдар ни күрә, шуны ғына яһаған бит инде.