Көндәрҙең саф, аяҙ тороуына ҡыуана-ҡыуана бер төркөм дуҫ-иштәр менән тәбиғәт ҡосағына сығып, ял итеп ҡайтырға булдыҡ.
Йәнәһе лә, ике кәмәнең ҡойроғон бер юлы тотабыҙ - емеш-еләк тә йыябыҙ, миндек бәйләйбеҙ, мәтрүшкә өҙәбеҙ, усаҡта ыҫлы сәй ҡайнатабыҙ, ололар әйтмешләй, ит көйҙөрәбеҙ.
Шулай итеп, машинала елдереп кенә барып төштөк бер киң яланға. Эй, Хоҙайым, сәскә-гөлдөң ниндәйе генә юҡ! Урман еҫе лә ҡушылған хуш һауаға танауҙар ярылып килә. Радио-магнитофондары бысағыма ла кәрәкмәй, сиңерткәләр скрипка сиртә, ҡайҙалыр тумыртҡа барабан туҡылдата, һәр төрлө ҡошсоҡ үҙ көйөнә йырҙар һибә. Ожмахта ла нәҡ шулай тиһәләр, һис бер һүҙһеҙ ышаныр инем. Шунда аранан кемдер:
-Хоҙай бабай беҙ килеүгә үлән-сәскәнән ашъяулыҡ йәйеп, емеш-еләктәрен теҙеп ҡуйған, - тине.
Ысынлап та, турғай башындай эре-эре еләктәр ҡыҙарышып тәгәрәп ята. Йырҙа йырланғанса, "... тик үрелеп өҙ генә".
Уҙыша-ҡыуыша, йән-фарман еләк йыйырға керешеп киттек. Күҙҙәр тегеләй-былай сабып еләктең күберәк, эрерәк ерен эҙләй, ҡулдар югерә-саба емеш тирә. Ә уйҙар? Уйҙар бит ул йүгән дә күрмәгән тай. "На"ны ла белмәй, "тырр"ҙы ла танымай. Мине лә уйҙарым сабый бала саҡҡа елдереп алып ҡайтты.
...Атайым үҙемде белә-белгәндән мал көттө. Хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу - "колхозға ағза итеп алырға". Шул яҙыуҙан һуң ҡырҡ ете йыл буйына маҡтау һүҙҙәре һәм бүләкләү тураһында белешмәләр. Йә, ярай, быныһы һүҙ ыңғайында ғына. Иң хәтәре - ул ҡартайғансы тәбиғәт балаһы ине. Ауыл тирәһендәге тау-түбәләрҙе, йылға-шишмәләрҙе, ялан-баҫыуҙарҙы үҙенең ихатаһы кеүек белә ине. Ҡайҙа ҡыҙыл, аҡ балсыҡ, ҡайҙа мүк бар, һыуҙың ни ерендә ниндәй балыҡ ята, ҡайҙа барһаң - ниндәй емеш-еләк - быныһы инде атайымдың яҙыуһыҙ китабы.
Ә атайымдың "ҡуян күстәнәстәре"? Мал көтөүгә сығып, ҡара көҙгә тиклем бер тапҡыр ҙа күстәнәсһеҙ ҡайтҡанын хәтерләмәйем, буғай. Ул ҡарағас һағыҙы, уйынсыҡҡа - тубырсыҡтары. Көндәр йылыға тарығас, китә күстәнәстең тәмлекәйҙәре - бетлекәй, йыуа, ҡуҙғалаҡ, "кәзә һаҡалы", гөпшә, ҡымыҙлыҡ, иренмәй ҡаҙып алынған һарына һәм башҡалар. Тәүге-тәүге эре бешкән еләктәрҙе иң тәүҙә шырпы ҡабында алып ҡайтыр ине, һуңынан емеш күбәйә башлағас - эшләпәлә. Ул ҡайтып керер ҙә: "Кем элек?" - тип һорауға, төрлөбөҙ төрлө яҡтан килеп сығыр инек. Ә күҙҙәребеҙ йә кеҫәнән шырпы ҡабы сыҡҡанын, йә эшләпәһен һалғанын көтә. Эх-х, ул "ҡуян күстәнәстәре"нең тәмее-е!
...Шулай, еләктәр байтаҡ ҡына шырпы ҡабында ташылды, инде атайым тәмлекәйҙе эшләпәлә килтерә башлаясаҡ, тип уйлайым. Бер көн атай эштән ҡайтты, арбанан утын бушатылды (ул көтөүҙән бер ваҡытта ла буш ҡайтманы, йә утын, йә йәшел бесән сабып алып ҡайтыр ине), ә ат туғарылманы. Ғәжәп. Сәй эсергә өйгә инде. Шырпы ҡабы сыҡманы, эшләпә сиселде - "ҡуян күстәнәсе" тәтемәне. Илар сиккә еттем, шикелле, ә атай мут ҡына йылмая.
-Атай, тим, ә ҡуян..?
-Нимә, улым, күстәнәс көтәһеңме? Ҡуян апайың бөгөн бирмәне шул. Ул үҙе һине, ҙур үҫкәнемде, ҡунаҡҡа саҡырып ҡалды.Әйҙә, сәй эсеп алайыҡ та, үҙеңде ҡунаҡҡа ат менән алып барам, - тине.
Шунан һуң сәй ҡайғыһымы инде? Арбаға менеп ултырҙым да, тәки төшмәнем ҡунаҡҡа барып еткәнсе.
Атай ҙур түбәле бер яланға еткәс, атты туҡтатып, туғарырға кереште. Ә мин бытылдайым:
-Ҡуян апайҙың өйө ҡайҙа?
-Бында булғас, өҫтәле ҡайҙа һуң уның?
Атай менән әсәй хәйләкәр генә бер-береһенә ҡарашып, көлөшөп ҡуйҙылар.
-Улым, Ҡуян апай бик шаян бит ул. Үлән аҫтына йәшермәгән микән еләктәрен, эйелеп ҡара әле? - тиҙәр мут ҡына.
Эйелеп ҡараным. Ә унда еләктә-ә-р! Улар шундай тәмлекәстәр!
Шулай уйлана-уйлана еләк йыя торғас, силәк тә тулған. Эш бөткәс, шешлек ҡыҙҙырылды, еләкләп сәй һемерелде. Ҡайтыр юлға сыҡҡас, артҡа боролоп:
-Рәхмәт, Ҡуян апай! ҢТағы килермен, көт мине! - тинем. Юлдаштарым миңә ҡыҙыҡ итеп ҡарап ҡуйҙылар. Ә миңә рәхәт ине, мин бәхетле инем - бала саҡ иленә ҡайтып килдем бит...
Марат СӘҒИТОВ,
Рысай ауылы.