Яйыҡ
+13 °С
Ясна
Новости
21 Ғинуар 2021, 08:45

Ҡорбандар арта

Республикала коронавирус ҡорбандары артҡан

Башҡортостанда тәүлек эсендә яңы коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һәм ошо ауырыуҙан һауыҡҡандар һаны бер кимәлдә тиерлек. 168 кешелә диагноз раҫланған, 164 сирле һауыҡҡан. Шулай итеп, ауырығандарҙың дөйөм һаны – 22 403, ә һауығып сыҡҡандар – 16 907.
Республиканың оператив штабы мәғлүмәттәре буйынса, хәҙерге көндә 803 пациент дауаханала ята, ә 4526 кеше өйҙә дауалана. 52 сирленең хәле ауыр тип баһалана, 15-е үпкәне яһалма елләтеү аппаратына мохтаж.
Коронавирустан үлгәндәр исемлеге берәүгә артҡан. Ҡорбандарҙың дөйөм һаны 167-гә еткән.
Тәүлек эсендә дауахананан тыш пневмония осраҡтары һаны – 235, һауыҡҡандар — 135.
Шулай уҡ Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы асыҡланған киҫкен респиратор ауырыуҙар һаны тураһында ла хәбәр итте. Һуңғы тәүлектә — 1988, 12-һе «ковид»ҡа шик менән дауханаға һалынған.
Читайте нас