Яйыҡ
-4 °С
Ясно
Новости
22 Января 2021, 05:15
Гайслер Зоя Павловна
Келәм оҫтабикәһе
Добавить в предпочтительные источники Google
Гайслер Зоя Павловна
(
22 ғинуар
1930 йыл
) — биҙәү-ҡулланма сәнғәте рәссамы. 1980 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы.
Башҡорт АССР-ының
атҡаҙанған рәссамы (1977).
Зоя Павловна Гайслер 1930 йылдың 22 ғинуарында Башҡорт АССР-ының
Өфө кантоны
[1]
Шыланны
ауылында тыуған.
1958 йылда
М. И. Калинин исемендәге Мәскәү художество-сәнәғәт училищеһын тамамлай.
1950 йылдан
алып Өфөлә художество-сәнәғәт артелдәрендә эшләй, 1963—1992 йылдарҙа «"Ағиҙел" башҡорт художество промыслалары» производство берекмәһендә эшләй.
Зоя Павловна Башҡорт АССР-ында беренсе булып республиканың биҙәү-ҡулланма сәнғәтенә өбөрөлө келәм туҡыусылыҡты индерә, стилистика эшләй һәм милли келәм өлгөләрен булдыра.
Рәссамдың эштәре Башҡортостан Республикаһының музейында, «Ағиҙел» (Өфө) дәүләт унитар предприятиеһында, Мәскәүҙә биҙәү-ҡулланма һәм халыҡ сәнғәтенең Бөтә Рәсәй музейында һаҡлана.
Н. С. Хрущев (1960) һәм В. И. Ленин (1974) портреттары менән келәмдәр, «Совет Башҡортостаны» (1960), «Ер һылыуҡайы» (1971) келәмдәре, шыма йөнлө келәмдәр: «Башҡортостан йондоҙҙары» (1971), «Ҡояшлы Башҡортостан» (1972), «Еңеүҙең 40 йыллығы» (1985) һ. б Мәғлүмәт Башҡорт Википедияһынан алынды.
Читайте нас
telegram
вк
ок
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"