Илсе ауылынан алыҫ түгел, 4-5 километр йыраҡлыҡта Мәржен тигән быуа бар. Һәйтәк ауылынан Илсегә тура сыҡҡанда миңә лә унда күп тапҡырҙар булырға тура килде. Хәтеремдә, көҙ етһә, йылҡыларҙың ситкә китә торған ғәҙәте бар ине. Эҙләп әмәл ҡалмай торғайны. Атайымдың шул ваҡыт, Мәржен яғына киткәндәрҙер моғайын, шунда барып ҡарарға кәрәк, тип һөйләгәне хәтерҙә. Ат эҙләп күп йөрөлдө инде ул яҡтарҙы. Эргәһендә баҫыуы ла бар, уны Мәржен баҫыуы тип йөрөтөләрә.
Быуаның исемен тәүгә ишеткәс, моғайын берәй гүзәл зат мәрйенен төшөрөп ҡалдырғандыр ҙа, шуға Мәржен тип йөрөтәләрҙер тип уйланым. Бәлки мәрйен кеүек ялтырап ятҡанға ошо исемде биргәндәрҙер, йәнәһе. Ысынбарлыҡта, күлдең тарихы башҡа төрлө булған.
Ололар һөйләүенсә, ошо урында ҡасандыр ауыл булған тиҙәр. Унда Мәрженбикә тигән батыр йөрәкле, бик ҡыйыу ҡыҙ йәшәгән. Ауылдан йыраҡ түгел ҡаҙаҡтар ҙа төпләнгән. Уларҙы баҫҡынсылар, тип йөрөткәндәр. Бер туҡтауһыҙ ауылға һөжүм яһап, халыҡтың мал-тыуарын ҡыуып, ҡыҙҙарын урлап алып киткәндәр. Ауылдарына сираттағы һөжүм ваҡытында ир-ат ҡаҙаҡтарға ҡаршы күтәрелгән, ололар, ҡатындар балалары менән баҙҙа йәшенгәндәр.
Улар араһында Мәрженбикә исемле ҡыҙ ҙа булған. Әммә ул ата-әсәһенең зар илағанына түҙә алмай, ҡулына уҡ-һаҙағын алып үҙе лә “баҫҡынсыларға” ҡаршы сыҡҡан, уның артынса ҡалғандар ҙа күтәрелгән. Алыш ҡаты бара, ҡаҙаҡтарҙы пыран-зыран килтерәләр. Тере ҡалғандары ла ауылдан саҡ ҡасып ҡотола. Алыш мәлендә Мәрженбикә ҡаты яралана һәм күп тә үтмәй үлә. Ҡыҙҙы бөтә ауыл халҡы менән ерләйҙәр. Уның хөрмәтенә ауылды Мәржен тип йөрөтә башлайҙар. Хәҙер ул ауылдың бында эҙе лә ҡалмаған, исемен йөрөткән быуа һәм урыны ғына ҡалған.