Яйыҡ
+20 °С
Ясно
Новости
22 Января 2021, 13:16

Ураҙҙағы хәлдәр тураһында тәфсирләп

Халыҡ ниңә ҡаршы сыҡты?

Ураҙ ауыл Советында йәмәғәт менән фекер алышыу сараһы (публичные слушания) ойошторолдо, тип хәбәр иткәйнек инде. “Альтинвест” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте сәсмә алтын табыу өсөн үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған участканы әлеге ауыл хужалығы ерҙәре категорияһынан сәнәғәт ерҙәре төркөмөнә күсереүҙе һорап мөрәжәғәт иткән була. Ошо һорау буйынса фекер алышыу бик ҡыҙыу барҙы.
Бер генә кеше тыйылып ҡалды, буғай, йыйылышҡа килгән ҡалған халыҡ барыһы ла ҡырҡа ҡаршы төштөләр. Ә тауыш иҫәпләү бик теүәл алып барылды, урында пропискала торған кешеләр генә ҡул күтәреү хоҡуғына эйә булдылар. Былай ҙа бер фекергә килгән йыйылыштарҙы совет дәүеренән алып күргән юҡ ине әле!
Ни өсөн? Тик баштан бер иҫкәртеү яһау талап ителә. Был мәҡәләлә кем дөрөҫ, кем хаҡһыҙ, тип билдәләүҙе бурыс итеп ҡуймайбыҙ, был – суд һәм тикшереү органдары вәкәләтендә. Беҙҙең йөкләмә - халыҡтың ниңә шулай ҡырҡа ҡаршы сығыуы тураһында бәйән итеү.
Алтын табыусы был предприятие Ураҙ ауыл ултырағы биләмәләрендә 2009 йылдан эшләй, ике ятҡылыҡты үҙләштергән дә инде, ҡат-ҡат экология буйынса ҡаниуниәтте боҙоуға юл ҡуя, тип билдәләнде.
Тәбиғәтте һаҡлау, элек файҙаланған ерҙәрҙе рекультивациялау тураһында һүҙ күп күтәрелде. Буш ғауға түгел икәнлеген дәлилләү өсөн һыҙыҡ өҫтөнә алайыҡ: был проблема менән Учалы район хакимиәте лә үҙ вәкәләттәре сиктәрендә төрлә инстанцияларға байтаҡ мөрәжәғәт иткән була икән. Был хаҡта район хакимиәтенең муниципаль контроль бүлеге начальнигы Илдар Заһиров ентекле доклад яһаны, халыҡтың һорауы буйынса башҡорт телендә сығыш яһаны. Илебеҙҙең хоҡуҡи ҡоролошо шулай бит инде - байтаҡ осраҡтарҙа урындағы властарҙың үҙҙәре барып тикшерергә вәкәләттәре бик самалы, федераль органдарҙың компетенцияһына индерелә. Ә “Альтинвест” вәкилдәре, 4 тикшереү үттек, беҙҙә барыһы ла ал да гөл, барыһы ла тәртиптә, тип эре генә белдерҙеләр йыйылышта. Эш олоға киткәс, тикшереү үткәреүселәрҙең юғарыраҡ инстанциялары тикшереү ни кимәлдә үтеүен дә тикшерһәләр бер ҙә артыҡ булмаҫ ине буғай. Аңлашыла, һәр орган үҙ вәкәләттәре сиктәрендә генә эш итә ала, әммә мәгәр, урындағы кешеләр тикшереү һөҙөмтәләрен шик аҫтына ҡуйырлыҡ икән, тимәк, асыҡлыҡ индереү зарур. Юғиһә, был дәүләт органдарына ышаныс кәмеүе мөмкин бит. Әйткәндәй, Учалы район-ара прокуратураһы тикшереүе һөҙөмтәһендә “Альтинвест” етәкселегенә штраф һалынған булыуы тураһында һуңынан белдек. Тап әлеге ваҡытта ла прокуратура предприятиены тикшерә икән.
Шулай итеп, ураҙҙарҙы түбәндәге һорауҙар айырыуса ҡыҙыҡһындырҙы..
Ниңә алтын табыу өсөн алдан алынған участкаларға документтарҙа шарт итеп ҡуйылғанса рекультивация үткәрмәй тороп, яңы ерҙәргә тотонорға йыйыналар?
Разведка үткәреү ятҡылыҡты үҙләштерә башлауҙан ни ере менән айырыла? Разведка ошолай оҙаҡ ваҡыт, ҡеүәтле техника ҡулланып башҡарылыуы мөмкинме, әллә лицензия шарттары күҙәтелмәйме? Әлегә тиклем “Альтинвест” үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған участканы ауыл хужалығы категорияһынан сәнәғәт ерҙәренә күсереү процедураһын башҡармаған икән, күләмле эштәргә тотонорға хоҡуҡтары булғанмы?
Алтын сәнәғәтселәре ҡом һатырға хаҡлымы? Һатылған күләм һәм алынған аҡса тейешенсә теркәлә барамы, унан һалым түләнәме?
“Альтинвест” һәм “Гассад” яуаплылыҡтары сикләнгән йәмғиәттәргә йәлеп ителгән хеҙмәткәрҙәр барыһы ла эш урындарында закон талап иткәнсә рәсмиләштереләме?
Йыйылышыта “Яйыҡ”тың элекке мөхәррире һәм заманында Ураҙ ауыл Советы рәйесе вазифаһын башҡарған , ошо ауыл ҡыҙы Минзәлә Шөғәйөпова айырыуса актив булды. Алтын сәнәғәтселәрен урындағы халыҡтың мәнфәғәттәрен иҫәптә тоторға мәжбүр итеү буйынса ныҡшмалы йәмәғәтселек эше алып бара ул. Күпме кеше алдында Акопян әфәндегә (Ураҙ ерҙәрендә эш ойоштороу менән конкрет рәүештә ул шөғөлләнә, ти, йәмғиәттең ысын хужалары кем икәнлеге беҙгә мәғлүм түгел) асыҡтан-асыҡ дәғүәләр ҡуйыуҙан, алдашыуҙа ғәйепләүҙән һис тә ҡурҡманы. Юғиһә, ҡайһы бер икенсе ерҙәрҙә : “Урлайҙар, талайҙар!”-тип аҫтыртын булышыуҙан ары китә алмаһалар, бында закон һәм йәмәғәтселек көсөн тулы күләмдә һәм грамоталы ҡулланалар, тигән фекергә килдек.
Әйткәндәй, йыйылыштың башындараҡ Ураҙ ауыл Советының элекке рәйесе Самат ағай Шәмсетдинов та ошондайыраҡ мәғәнәлә үҙ фекерен белдергәйне: “ Еребеҙҙә алтын табыуҙы бөтөнләй тыйырға мөмкин булмаясағы көн кеүек асыҡ. Бер предприятие ҡыуыла икән, мотлаҡ икенсеһе киләсәк. Беҙҙең бурыс – закондар, шул иҫәптән тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәте үтәлеүгә булышлыҡ итеү. Һәм, әлбиттә, ауыл халҡына ниндәйҙер файҙа алып ҡалыу маҡсатҡа ярашлы буласаҡ!” Тап шулай инде, зыянын күргәс, файҙаһын юллау һа һис яҙыҡ түгелдер беҙҙеңсә.
Эйе, алтын табыу Ураҙ ерлегендә борон-борондан килә, элек нисектер сәнәғәтселәр менән уртаҡ тел табып булған бит. Нимә генә тип әйтмә, сәнәғәтселәр ауыл ерҙәрендә ҡунаҡ ҡына, шуға ла “Ҡунаҡ булһаң, тыйнаҡ бул” мәҡәлен оноторға кәрәкмәҫ ине уларға!
Халыҡ ошолай ҡаршы төшкәс, “Альтинвест” артабан ни эшләр икән – әлегә билдәһеҙ. Аңлашыла бит инде - әлегесә ғауға киткәс (был хаҡта хәбәрнамәләр менән интернет тулды, йыйылышҡа ситтән дә йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре килде), “шым-шырыҡ” ҡына ҡалдырып булмаясаҡ, ә халыҡ фекерен инҡар итерлек урау юлдар әллә бар, әллә юҡ. Ятҡылыҡты үҙләштереүгә сәнәғәтселәрҙең байтаҡ сығымдары киткән, заманса әйткәндә, инвестициялар индерелгән.Беҙҙең ҡарамаҡҡа, йә был тирәлә эшмәкәрлек алып барыуҙан баш тартырға, йә халыҡ менән уртаҡ тел эҙләргә тура киләсәк уларға. Ҡапма-ҡаршылыҡтың артабан нисек барыуы тураһында гәзит уҡыусыларына белгертеп торорбоҙ. “Яйыҡ” гәзите Яйыҡ йылғаһының яҙмышына битараф ҡала алмай инде - ошо изге йылғабыҙ үҙәнендә алтын табыу тураһында һүҙ бара бит! Әллә ысын, әллә юҡ, ләкин йыйылышта берәү әйтә ине: драгна эшләгәндән һуң ҡаҙҙар йылғала һыу ҡойона икән, төҫтәре үҙгәргән осраҡтар ҙа булған,ти.
Илфат ЯНБАЕВ
Читайте нас