Ҡышҡы селлә ваҡытында кинәт йылытты. Көндөҙ һауа температураһы плюс дүрт градусҡа күтәрелә, тип белдерә "Ну и погода" метеорология сайты. Ярар, бөгөнгә көндө генә иҫән-аман үткәрһәк, иртәгенән йәнә ҡәҙимге ҡыш температураһы урынлашырға тейеш, ти. Юлдарҙа тайғаҡ инде, уяу булығыҙ!