Яйыҡ
+13 °С
Облачно
Новости
25 Января 2021, 05:11

Высоцкий Владимир Семёнович

83 йәш тулған булыр ине

Высоцкий Владимир Семёнович (25 ғинуар 1938 йыл25 июль 1980 йыл) — актёр, шағир, йырҙар яҙыусы һәм башҡарыусы[1]. СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1987үлгәндән һуң).
1964—1980 йылдарҙа Мәскәүҙә Таганкалағы Драма һәм комедия театрында эшләй. Владимир Высоцкий унда тиҫтәләрсә роль башҡара: («Гамлет» — У. Шекспир), Галилей («Галилей тормошо» — Б. Брехт), Лопахин — («Сейә баҡсаһы» — А. Чехов). Кинематографта иң иҫтәлекле ролдәре: «Место встречи изменить нельзя», «Маленькие трагедии», «Интервенция», «Хозяин тайги», «Вертикаль», «Служили два товарища», «Сказ про то, как царь Пётр арапа женил», «Короткие встречи», «Плохой хороший человек» фильмдарында.
2010 йылдағы ВЦИОМ халыҡ фекере белешмә буйынса, Высоцкий «XX быуат кумирҙары» номинацияһында икенсе урында билдәләнә, тәүге урында — Юрий Гагарин[2].
Владимир Высоцкий 1938 йылдың 25 ғинуарында Мәскәүҙә тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда 1941—1943 йылдарҙа әсәһе менән Ырымбур өлкәһенең Воронцовка ауылында эвакуацияла була. 1943 йылда Мәскәүгә кире ҡайталар. 1945 йылда Владимир ҡаланың 273-сө мәктәбенә беренсе класҡа уҡырға бара.
1955 йылда Куйбышев ис. Мәскәү инженер-төҙөлөш институтының механика бүлегенә уҡырға инә, әммә унан 1-се курстан һуң китә.
1956—1960 йылдарҙа Высоцкий — МХАТ студия-мәктәбенең актёрлыҡ бүлеге студенты. Ул Б. И. Вершиловта, унан П. В. Массальский менән А. М. Комиссаровта уҡый.
1959 йылда театрҙағы тәүге эше («Преступление и наказание», Порфирий Петрович роле) һәм кинолағы тәүге роле («Сверстницы» фильмы, студент Петя) менән күренә.
1960 йылда үҙәк матбуғатта тәүге тапҡыр В. Высоцкий телгә алына («Советская культура», 1960, 28 июнь).
1960—1964 йылдарҙа Высоцкий А. С. Пушкин ис. Мәскәү драма театрында эшләй.
1964 йылда Высоцкий кинофильдар өсөн үҙенең тәүге йырҙарын яҙа, шул уҡ йылда Таганкалағы Мәскәү драма һәм комедия театрына килә һәм ғүмеренең ахырына тиклем ошонда эшләй. Актёрлыҡ эше менән бер рәттән шиғырҙар һәм йырҙар яҙа[21].
1971 йылдың 29 ноябрендә [27][28] Таганкала Шекспирҙың трагедияһы буйынса «Гамлет» спектакле ҡуйыла (режиссёры — Ю. П. Любимов), төп ролде Высоцкий башҡара[14]:445.
1972 йылдың 15 июнендә эстон телевидениеһы 56-минутлыҡ «Noormees Tagankalt» тапшырыуын күрһәтә («Парень с Таганки») — был Высоцкийҙың тәүге тапҡыр совет телеэкранына сығыуы була. Шул уҡ йылда Высоцкийҙың совет әҙәби-художестволы йыйынтығында тәүге һәм һуңғы тапҡыр берҙән-бер шиғыры баҫыла («День поэзии 1975». М., 1975) — «Из дорожного дневника».
1975 йылдың сентябрендә Высоцкий Болгарияла «Балкантон» фирмаһында «В. Высоцкий. Автопортрет» тигән ҙур пластинка яҙҙыра.
1977 йылда «Театр» журналында Михаил Борктың актёр эшмәкәрлеге хаҡында «Владимир Высоцкий» мәҡәләһе донъя күрә.
1977 йылдың 21 мартында Владимир Высоцкий TF1 француз телеканалында «Restez donc avec nous le lundi» тапшырыуында ҡатнаша. Бында ул ике йырын башҡара («Баллада о Любви» һәм «Охота на волков»).
1978 йылдың 13 февралендә СССР-ҙың мәҙәниәт министрлығы тарафынан Владимир Высоцкий профессионал йырсы тип танылып, эстрада вокалист-солисы исеме ала[29].
1979 йылдың 17 ғинуарында Владимир Высоцкий Нью-Йорктағы Бруклин колледжында концерт бирә. 12 апрелдә Торонто ҡалаһында (Канада) сығыш яһай (Vladimir Vysotsky. Concert in Toronto).
СССР-ҙың Үҙәк телевидениеһында Высоцкий тере саҡта бер тапшырыу ҙа күрһәтелмәй[32].

Шулай уҡ ҡара: Список песен Владимира Высоцкого
Высоцкий 200-ҙән ашыу шиғыр, 600 тирәһе йыр һәм балалар өсөн поэма (ике өлөштән) яҙа; дөйөм алғанда уның 850 — ләп поэтик әҫәре бар. Шулай уҡ ул бик күп кинофильмдарға йырҙар ижад итә, әммә уларҙың ҡайһы берҙәре тыйыу сәбәпле ҡулланылмай [52], мәҫәлән, «Земля Санникова», «Вторая попытка Виктора Крохина», «Бегство мистера Мак-Кинли», «Стрелы Робин Гуда» һ.б.

Проза һәм драматургия

«Жизнь без сна». 1968 йыл.
«Как-то так всё вышло…» (сценарий; 1969—1970 йй.) «Где центр?» (сценарий; 1975)
«Роман о девочках» 1977 йыл
«Венские каникулы». Киноповесть (Э. Володарский менән; 1979). «Чёрная свеча», 1-се өлөш. (Леонидом Мончинский менән). Мәғлүмәттәр Башҡорт Википедияһынан алынды.
Читайте нас