Яйыҡ
+20 °С
Дождь
Новости
26 Января 2021, 12:13

Ҡотлайбыҙ, ата-инәле булһын!

Башҡортостан Башлығы йәнә атай булды

"Башинформ" агентлығы хәбәр итә:
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров дүртенсегә атай булды. Уның һәм ҡатыны Каринэның 26 ғинуар иртәһендә улы тыуҙы. Билдәле булыуынса, республиканың етәксеһенең хәләл ефете балаһын Өфөлә донъяға килтерҙе. Сабыйҙың исеме әлегә билдәһеҙ.
«Башинформ» агентлығы комментарий алыу өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәтенә мөрәжәғәт итте, унда Башҡортостан етәксеһенең улы тыуыуы тураһында мәғлүмәтте раҫланылар. Әсәй һәм сабый үҙҙәрен яҡшы тоя.
Хәбировтар өс ул тәрбиәләй. Яңы тыуған сабый — 56 йәшлек Радий Хәбировтың дүртенсе балаһы.
Ҡотлайбыҙ, бала ата-инәле, иманлы булһын!
Читайте нас