Өй булғас мейесе була инде ул. Мейес тигәс тә, төрлөсә аңларға мөмкин, күп яҡлы төшөнсә бит . Өй йылытыу, аш-һыу бешереү өсөн кирбес йә тимерҙән яһалған ҡоролма. Мәҫәлән, икмәк мейесе, йомро мейес, оло мейес. Башҡа маҡсаттарҙа ла ҡулланыла – тимер иретеү мейесе, эзбиз мейесе һәм башҡа.
Борон башҡорттарҙа мейес дауаланыу өсөн дә файҙаланылған, яман көстәрҙе ҡыуа, йорт именлеген һаҡлай, тип ышанғандар. Бала оҙаҡ тыйыла алмай илаһа, ауырыһа йә үтә сибек булһа, уның башын икмәк сыҡҡан мейес ауыҙына тығып алыр булғандар. Ҡыҙылса ҡалҡмай изалатһа ла, баланы янып торған мейес алдында тотоп алғандар. Ни рәүештәлер ярҙам иткәндер инде, ярҙам итмәһә был “хөрәфәт” быуаттар буйына һаҡланып килмәҫ ине.
Килендәр, ҡәйнә йортона күсеп ингәс, мейескә ҡул һалып тороу йолаһы була. Икмәк бешеп сыҡҡас, “Һыйырым тыу ҡалмаһын, бейәм ҡолон һалмаһын, икмәктәрем уңып торһон!”- тип теләнә-теләнә мейес эсенә утын ырғыталар – буш торорға тейеш булмаған. Борон башҡорттар тирмә эсенә лә мейес ҡорған. Ағас өйҙәр һалып йәшәй башлағас, бәләкәй мейес-ҡаҙандыҡ (ҡаҙанлыҡ) ҡорола, ә йәй көндәрендә тышта яғыу өсөн усаҡ-мейес сығарыла. Хәлле кешеләр биш стеналы, ике бүлмәле өйҙәр төҙөй башлағас, өйҙөң уртаһына мейес сығарып, ике бүлмәне лә бер юлы йылыталар. Һуңғараҡ өйҙә ике мейес сығара ла башлайҙар. Беренсе, алғы бүлмәләге ҙур мейес, икмәк, аш бешереү өсөн. 5 йәки 7 “сводлы” (төтөн юлы, ыҫлыҡ), “урыҫ мейесе” тип тә атала. Уның соҡалағы ( утын, башҡа кәрәк-яраҡ һала торған урын), мейес башы, кәрниздәре була. Соҡалаҡта самауыр ҡайната инеләр, кәрниздә – бейәләй, мейес башында – быйма киптерҙек. Урамдан өшөп-туңып ингән балаларҙы тап мейес башына ултыртып йылытып алырҙар ине. Ә төпкө бүлмәлә дүрткел йә йомро мейес сығарҙылар. Йомро мейес тимер менән ҡоршала, эсендә тел йоторлоҡ тәмле көл күмәстәре бешерерҙәр ине.
Борон үҙҙәре кирбес һуғып мейес сығарыусылар һәр ауылда ла булмаған. Шуға күрә уларҙы саҡырып, ҡәҙерләп йөрөткәндәр. Беҙҙең Ғәлиәхмәрҙә Вәлиулла Ниғмәтуллин менән Рамаҙан Әйүпов үҙ ҡулдары менән кирбес һуғып, оҫта мейесселәр булып дан алалар. Улы Кәтип, ҡыҙҙары Мәүжидә һәм Сибәр апайҙар Рамаҙан олатайҙың кәсебен дауам итәләр, халыҡҡа мейес сығарып ҡыуандыралар, әлеге көндә ейәне Мәрүән дә оҫта мейессе.
Зәйнәкәйҙә – Тәнзилә Хәйруллина,Оҙонкәлдә – Хәбибә Абдрахманова, Әхмәҙулла Ғарипов, Озерныйҙа – Латиф Ҡаһарманов, Аһылайҙа – Мөбәрәк Хәйруллин, уның улы Илдар, Миндәктә – Мәхүбә Ғабитова, Мансур Фәйезовтар оҫта мейессе булып танылалар үҙ ваҡытында.
Баттал ауылында йәшәүсе мейесселәр династияһы Хәйбуллиндар тураһында айырым әйтке килә. Ғәлим ағай алтын ҡуллы мейессе була. Атаһының шөғөлө, оҫталығы улы Димгә күскән. Уның оҫталығын тирә-яҡ ауылдарҙа ғына түгел, күрше райондар, Силәбе өлкәһе кешеләре лә бик яҡшы беләләр. Хатта, телефондан шылтыратып,сиратҡа яҙылалар, ти. Ейәндәре Булат менән Ғәҙел олатайҙарының һөнәрен бик яҡшы үҙләштергәндәр.
Хәҙерге ваҡытта байтаҡ ауылдарҙа өйҙәргә газ үтһә лә, күп кешеләр элекке утын яғылған мейестәрен емереп ташламай. Һис юғында бәләкәйерәк итеп сығартып ҡалдыралар.
Һәм бик дөрөҫ. Мейес техник ҡоролма ғына түгел бит, мейес –өйҙөң йәме һәм ҡото. Өҫтәүенә, тормошта ни генә хәлдәр килеп сыҡмаҫ, берәй сәбәп менән “зәңгәр яғыулыҡ” килеү тотҡарлана икән, мейесен һаҡлап ҡалған хәстәрлекле хужалар ҡышын да туңып ултырмаясаҡтар. Нимә-нимә, ағас күп беҙҙең яҡта, мейскә яғыулыҡ һәр саҡ табылыр.
Нәҡип Әйүпов, Озерный ауылы
Фирҙәүес Хисаметдинованың “Башҡорт теленең мифология һүҙлеге” тип аталған китабында, мейескә бәйле түбәндәге ышаныуҙарҙы ла тап иттек. “Мейестең гәрнистәрен таҙа тоторға кәрәк. Атна кис әруахлар ҡайтып гәрнискә ултыралар “. Һәм, ҡот ҡойоусыларҙың эше ниңәлер килеп сыҡмай икән - өҫтәмә рәүештә мейестән ҡот саҡырыу йолаһын да башҡарғандар, ти. Тик шуны ла белеп ҡуйығыҙ, мейес аша ҡот ҡына түгел, йәшен дә һуғыуы бар. Бындай хәлдәр беҙҙең Учалы районында ла булды. Юҡҡамы ни, йәйен күк ҡарая башланымы, ололар мейестең йүшкәһен яптыра торғайнылар.