Элегерәк һабантуй алдынан малай-шалай һәр өйгә кереп ниндәй ҙә булһа әйбер һорап йөрөр булған - йомортҡа, таҫтамал, ҡулъяулыҡ, тәәм-том һ.б. Шулай, былар Сабир бабайҙарға кергәндәр, ти. Сәрби әбей мунсала булып ҡала. Балаларға нимә биреп сығарырға белмәгән Сабир бабай, аптырағандан, Сәрби әбейҙең күлдәген тоттороп сығара. Әбей мунсанан сыҡҡас, күлдәген эҙләй икән.
-Бабай, минең күлдәкте күрмәнеңме? - тип һорағас, Сабир бабай:
-Күлдәк һабантуй пошел, - ти икән.