Учалы районы кешеһе трактор һатып алмаҡсы була. Түләүһеҙ иғландар сайты аша бер сос бәндә менән аралаша торғас, банк картаһынан 25 мең һум аҡсаһы юҡ була. Эйе, ҡайһы бер интернет-магазиндарҙа алдан түләү шарт итеп ҡуйыла, әммә осраҡлы кешеләр менән эш иткәндә улай хәйләһеҙгә әйләнеү һис тә ярамай! Үҙегеҙҙең тәжрибә етмәй икән, башта белгән һәм ышаныслы кешеләр менән кәңәшләшергә мөмкин бит.
Был хаҡта БР буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр итте. Башҡортостанда бер тәүлек эсендә генә 19 мутлашыу осрағы теркәлгән. Шул иҫәптән 9 осраҡта енәйәтселәр “банк хеҙмәткәрҙәре” булып, 6 осраҡта – интернет аша төрлө тауар һатыусы булып ҡыланып эш иткәндәр.