21-23 ғинуар башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадаһы уҙҙы. Абруйлы жюри башҡорт телен иң яҡшы белгән уҡыусыларҙы асыҡланы. Улар араһында беҙҙең уҡыусылар ҙа бар. Учалы районыны Ҡунаҡбай урта мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Шәһиева Юлиә (уҡытыусыһы Зарипова Г.М.),Учалы ауылы Башҡорт гимназияһының 8-се класс уҡыусыһы Ғәниева Камила (уҡытыусыһы Хәкимова Г.А.), 9-сы класс уҡыусыһы Ғәлимова Лилиә (уҡытыусыһы Мөрсәлимова М.Д), Учалы ҡалаһының 1-се Башҡорт лицейының 9-сы класс уҡыусыһы Александров Димитрий (уҡытыусыһы Аллаярова Р.Б), 10-сы класс уҡыусыһы Герасимова Анастасия (уҡытыусыһы Ғәбитова Г.М.) , Рысай урта мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Мәҙйәрова Айлина(уҡытыусыһы Әхмәтйәнова Г.Б.)юғары һөҙөмтәләр менән төбәк ара олимпиаданың призерҙары булдылар. Илсе урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Хәлилова Әҙилә(уҡытыусыһы Солтанова Р.Т.), Учалы ауылы Башҡорт гимназияһының 11-се класс уҡыусыһы Щерба Инга (уҡытыусыһы Ғәниева Р.У) олимпиада һөҙөмтәләре буйынса махсус приздарға лайыҡ булдылар. Афариндар!