Башҡортостанда 2021 йылда әсәлек капиталы күләме арттырылды
Хәҙер беренсе балаға түләү 483 881,83 һум тәшкил итә. Икенсе бала 2020 йылға тиклем тыуған, ә ата-әсә сертификат юлламаған йә иһә уны файҙаланмаған осраҡта ике балалы ғаиләләргә лә ошондай сумма бирелергә тейеш.
Тәүҙә беренсе балаға әсәлек капиталы алған, ә һуңынан тағы бер бала тапҡан йәки уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алған ғаиләләргә дәүләт ярҙамы күләме 155 550 һумға арттырыла.
+20 °С
Ясно



