Яйыҡ
+13 °С
Облачно
Новости
28 Января 2021, 11:50

"Әтей, быҙауҡай күренмәйме шунда?"

Бер ваҡыт әсәһе улын быҙау әҙләргә сығарып ебәрә. Малай быҙауҡайҙы эҙләгән-эҙләгән дә, таба алмаған. Әсәһе әрләүҙән ҡурҡып, мунса эсенә кереп йәшенгән, ти. Мунса яғылған булған. Шулай, әсәһе мунса инергә кереп килә икән. Малай ләүкә аҫтына ҡасҡан. Әсәһе йыуынып ултырған саҡта, атаһы ла килеп керә. Хужа кеше шаян ғына кеше була. Ишекте асыу менән: "Оо, әсәһе, бөтөн донъяң күренә лә баһа!" - ти икән. Ләүкә аҫтынан улдары ҡысҡыра, ти: "Әтей, әтей, яҡшылап ҡара әле, беҙҙең быҙауҡай ҙа күренмәйме шунда?"

Читайте нас