Барыһы ла белә инде – төбәгебеҙҙә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтарын теркәгән 33 видеокамера тора. Рәсми исеме – ЦАФАП - дәүләт юл инспекцияһының административ хоҡуҡ боҙоуҙарҙы автоматлаштырылған рәүештә теркәү үҙәге. Был ҡоролмалар менән бер нисек тә аңлашып, “...саҡ ҡына яңылыштым да инде!” – тип аҡланып булмай; кәмселек күҙәтелә икән – шундуҡ мәғлүмәт тейешле инстанцияға ебәрелеп, штраф һалына. Ун йыл элек, хатта, ул саҡ БР Эске эштәр министрының хәләл ефете лә ошо рәүештә яуаплылыҡҡа тарттырылған ине !
-2020 йылда видеотеркәү ҡоролмалары Учалы районында 35 409 юл ҡағиҙәһен боҙоу осраҡтарын асыҡланы, - тип белдерҙе беҙгә ЮХХДИ инспекторы Гөлнара Ғүмәрова. – Төп өлөштә – Административ кодекстың 12.9-сы статьяһының 2-се һәм 3-сө өлөштәре ( рәхсәт ителгән тиҙлекте сәғәтенә 20-40 һәм 40-60 километрҙарға арттырыу).
Бының өсөн 500 – 1500 һум штраф ҡаралған, ти, Гөлнара Фәрит ҡыҙы, әммә хәтерҙә тотор кәрәк – фәҡәт күҙгә аҡ-ҡара күрмәйенсә елдереү бик йыш фажиғәләргә килтерә лә инде! Айырыуса ултыраҡтарҙа, йәйәүлеләр юлды киҫеү өсөн тәғәйен участкаларҙа, балалар учреждениелары янында тиҙлекте түбәнерәк тотоу зарур. Һәм, әлбиттә, юл шарттары насар булғанда “Ашыҡҡан – ашҡа бешкән” мәҡәлен иҫтә тотор кәрәк, был осраҡта “Ашыҡҡан – ҡанға батҡан (батырған)” булып ҡуйыуы ла бар бит!
Фотола – Иманғол мәктәбе уҡыусылары водителдәрҙе тәртиплерәк булырға өндәй.