Яйыҡ
+14 °С
Облачно
Новости
29 Января 2021, 11:26

“Бер тинлек ҡуян, биш тинлек зыян”

Рәсүл ауылы янында мышы аттылар

Ошо көндәрҙә бер йәшлек иркәк мышы атып үлтерелә Рәсүл ауылынан 3 километр алыҫлыҡтағы урманда.
Был хаҡта беҙгә эске эштәр бүлегенең өлкән тәүтикшереүсеһе майор Динара Фәсхетдинова бәйән итте. Эш нисек була? Енәйәттә ғәйепләнеүсенең аңлатмаһы буйынса, уны быйыл 25 ғинуар көнө Рәсүл ауылында йәшәгән иптәше бүре ауларға саҡыра. Был граждан рәсми рәүештә һунарсы булып теркәлгән, мылтыҡ тоторға рөхсәте бар, шуға ла тәҡдимде ҡабул итә. Ярҙамға тағы ла ауылдан ике ирҙе ултыртып, Ураҙ ауылы йүнәлешендә тау-таш араһында автомобиль менән йөрөйҙәр.
-Мышы эҙе тап иттек, дүрт ҡоралайҙы күрҙек, әммә иғтибар бирмәнек, беҙ фәҡәт бүре эҙләп сыҡҡайныҡ, - ти полицияға браконьерлыҡта ғәйепләнеүсе. Тик бына, автомобилдән төшөп, “номерҙарға бүленеп” (сылбырға теҙелеп) йәйәү килеш бүре эҙҙәрен эҙләй башлағанда, мылтыҡлы һунарсының алдына бер йәшлек иркәк мышы килеп сыға ла инде. Ҡан уйнап киткәндер инде, ниндәй маҡсат менән урманға сығыу онотола, йәнлекте өс атыуҙан үлтерә. Тауышҡа иптәштәре йүгереп килгәс, дүрткә бүлеп итте алып ҡайталар. Ә иртәгеһенә полиция ла килеп етә, урманда ҡылған ҡырын эш тә йәһәт беленә бит ул.
-Йәнлек фаунаһына 80 мең һумлыҡ зыян килтерелеүе иҫәпләнде. Шуға ла 258-се статья буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды, тәфтиш бара, - тип билдәләне Динара Фәнил ҡыҙы. Суд ҡарары менән 500 мең һумға тиклем штраф һалыныуы, хатта, ғәйепленең ике йылға тиклем иректән мәхрүм ителеүе лә мөмкин. “Бер тинлек ҡуян, биш тинлек зыян” әйтемен иҫкә төшөрмәй булмаҫтыр: ҡыр кейегенән күпме генә ит алаһың инде, тәме лә торһон – ағас еҫе аңҡый, үҙе арыҡ, ә бына браконьерлыҡ менән тотолһаң, бер өйөр һимеҙ ҡуй-байталдарҙың хаҡын сығарып һалырға тура килеүе бар!
Ярар ҙа үрҙә әйткән осраҡта ауыл ирҙәре бүре атырға ниәтләнеп сыҡҡан булалар, юғиһә, лицензияһыҙ мышы атырға (йәғни, браконьерлыҡ ҡылырға) алдан күмәкләшеп килешкән булһалар, яуаплылыҡ күпкә ҡатыраҡ булыр ине.
Читайте нас