Яйыҡ
+20 °С
Облачно
Новости
29 Января 2021, 12:25

Ғәбиҙә бураны

Бик күптән булған хәл. Илсе ауылында март айында Ғәбиҙә тигән ҡатын ашығыс йомош менән йәш балаһын алып ат егеп Сәфәр ауылына юллана. Шар буйлап килә. Бер саҡырым юл үтеүгә әле генә салт аяҙ көндө ҡараңғылыҡ ҡаплай, етмәһә буран башлана.

Ғәбиҙә атты ҡыуып ҡараһа ла, ул урынан да ҡуҙғалмай. Аптыраған ҡатын тиҙ генә һикереп тороп, берәй юлды ҡарарға уйлай. Ләкин бер аҙым да атлай алмай. Уйланып торорға ваҡыт юҡ, балаһын тиҙ генә толопҡа ныҡлап төрә лә, санаға һала, ә атын туғарып, тәртәһен күтәреп ҡуя. Атын сана эргәһендә ҡалдырып ауылды эҙләп китә. Ауылды табып, кешеләр табып килтереүгә буран да баҫыла. Тирә-яҡ ап-аҡ көрт, бер нимә күренмәй. Шул ваҡыт алыҫтан ҡарайып нимәлер күренгәнен абайлап ҡалалар, шуға табан баралар. Был ҡара әйберҙең бая үҙе күтәреп киткән аттың дәртнәһе икәнен аңлай. Йәһәт кенә сана эргәһенә баралар, сананы ла ҡар һырған була, уны тиҙ генә таҙартып толопто тартып сығаралар. Бала менән берәй хәл булғандыр инде, тип көйәләнәләр. Толопта асһалар, сабый бер нимә белмәй, тирләп-бешеп иҙерәп йоҡлап ята икән. Буран нисек сыҡҡан шулай тыма, көн элеккесә сал аяҙға әйләнә. Шунан бирле март айында кинәт сығып кинәт баҫылған буранды Илсе халҡы Ғәбиҙә бураны тип йөрөткәндәр.
Читайте нас