Яйыҡ
+13 °С
Облачно
Новости
29 Января 2021, 12:15

Юрғатау

Борон-борон заманда йәшәгән ти бер бай. Уның берҙән-бер, һылыу ҙа, зирәк тә ҡыҙы булған. Һыбай ҙа бик оҫта йөрөгән, тирә-яҡҡа үҙенең юрға айғыры менән дан ҡаҙанған. Бер мәл ҡыҙыҡай атын менеп атаһына, сәйәхәт итеп киләм, тип юрттырып сығып киткән.

Борон-борон заманда йәшәгән ти бер бай. Уның берҙән-бер, һылыу ҙа, зирәк тә ҡыҙы булған. Һыбай ҙа бик оҫта йөрөгән, тирә-яҡҡа үҙенең юрға айғыры менән дан ҡаҙанған. Бер мәл ҡыҙыҡай атын менеп атаһына, сәйәхәт итеп киләм, тип юрттырып сығып киткән. Юрғаһы елдән дә шәп елгән, ҡыҙсыҡ уның һайын ялан буйлап атын саптырған. Шул ваҡыт көтмәгәндә үлән араһынан бөркөт осоп килеп сыҡҡан. Айғыр өркөп ситкә тайпылған, уның ыңғайы һыбай ултырған ҡыҙ йығылып төшөп, ерҙә ятҡан ташҡа башы менән һуғыла. Байтаҡ ваҡыттан һуң айғыр өйөнә ҡайта. Бай ҡыҙын юҡлығын абайлап ҡала, күңеле нимәлер һиҙә, шундуҡ ялсыларын алып эҙләргә сыға. Ҡыҙҙың үле кәүҙәһен бер тауҙың итәгенән, таш эргәһенән барып табалар. Бай асырғанып ҡысҡыра башлай, ялсыларына ҡыҙы үлгән ергә айғырҙы килтерергә бойора һәм шунда атырға ҡуша. Тегеләре байҙың әмәлен үтәйҙәр, атты килтереп тау итәгендә аталар. Шул бирле был тауҙы Юрғатау, тип йөрөтә башлағандар.
Читайте нас