Яйыҡ
+6 °С
Ясно
Новости
30 Января 2021, 17:13

Еңеүҙе яҡынайтыусылар

Байдәүләтова Райхана Вәлиәхмәт ҡыҙы (93 йәш) һөйләгәндәрҙән.

Байдәүләтова Райхана Вәлиәхмәт ҡыҙы (93 йәш) һөйләй:
-Мин районыбыҙҙың Ҡоҙаш ауылында күп балалы Вәлиәхмәт Шәймәрҙанов ғаиләһендә тыуғанмын. Ғаиләбеҙҙә өс малай, дүрт ҡыҙ инек. Иң олобоҙ – Өлфәт ағай, 1925 йылғы. Ул, Ватан һуғышында ҡатнашып, яраланмай иҫән һау ҡайтты, связист булған. Атайым иртә һуҡырайҙы.
Һуғыш башланғанда миңә яңы 14 йәш тулған ине. Бөгөнгөләй хәтерләйем: Һуғышҡа китеүселәр ултырған ылауҙар туҡтауһыҙ үтте Учалы яғына ҡарай. Ылауҙағыларҙың кәйефе күтәренке, гармун тарталар, йырлайҙар.
... Иҫән булһаҡ, беҙ ҡайтырбыҙ,
Дошман яуын ҡыйратып...
Кәйефтәре күтәренке булмағандыр ҙа инде, миңә генә шулай тойолғандыр, балалыҡтан сығып бөтмәгәнмендер...
Август аҙаҡтарында плугарь итеп тәғәйенләнеләр. Хажиәхмәт, Ҡасим ағайҙар ҙур тракторҙа – ЧТЗ-ла эшләйҙәр, ә мин һуҡала ултырам. Эш ике сменалы, алмашлап көнө-төнө ер һөрәбеҙ. Көндәр һыуытып, ер туңғансы һөрҙөк. Һуҡа төрәндәренә үлән тығылып ҡаңғырта. Уларҙы соҡоп алыуы бер бәлә, көс етмәй. Ярай әле тракторист ағайҙар ярҙамлаша.
Төнгө сменала эшләгәндә Ҡасим ағайҙың бармаҡтары вентилятор ҡайышына ҡыҫылып өҙөлдө. Яулығымды сисеп алып бәйләгән булдым.
41-ҙең ноябрь аҙаҡтарында курин (ағас) ҡырҡырға ебәрҙеләр, яҙ еткәнсе Тирләндән 5–6 саҡрым ерҙә ағас әҙерләнек. Ике Ҡыш куринда булдым. Унда күргән ауырлыҡтарҙы һөйләп тормайым. Көнөнә 500 грамм икмәк, бер тәгәс кәбеҫтә ашы. Щи инде, уныһы шыйыҡ ҡына. Сәй ҡайнатып эскән булабыҙ. Февраль аҙаҡтарында бер бүлмәлә (баракта) йәшәгән 7 ҡыҙ ҡастыҡ. Тирләнде инде үттек, тип ҡыуанһаҡ, милиционерҙар эләктерҙе. Бер төн бикле тоттолар ҙа кире эш урынына алып барҙылар.
1942 йылда Верхнеуралға уҡырға ебәрҙеләр, 2–3 ай тракторислыҡҡа уҡыттылар, право бирҙеләр.
Ауылға ҡайтҡас, Ғирфанов Мөхәмәт ағайға ярҙамсы булып эш башланым. Колесный тракторҙа эшләйбеҙ. Мөхәммәт ағай бик ярҙамсыл ине. Мине тракторға өйрәтте. Бик йәл инде, бер йыл бергә эшләп ҡалдым, ул ауырып гүр эйәһе булды.
Унан һуң Закиров Вәкил ағайҙың ярҙамсыһы итеп ҡуйҙылар, өс йыл эшләнем уның менән. Яҙын ер һөрәбеҙ, тырматабыҙ, иген сәсәбеҙ, көҙөн туңға һөрәбеҙ. Ҡалған ваҡыттарҙа «Ҡыҙыл башаҡ» колхозы етәкселеге ҡайҙа ҡуша, шунда эшләйбеҙ.
Ошо эштәрҙең иң еңеле – ер тырматыу. Трактор һүнһә, ҡаңғырабыҙ, уны заводить итеүе бер бәлә, ҡайһы берҙә ярҙам килгәнен көтөргә тура килә. Ундай саҡтарҙа тракторға ышыҡланып ултырам да йырлаған булам:
«Юл буйҡайҙарынан бойҙай сүпләй
Аяҡҡайы ҡыҙыл күгәрсен.
Йүгереп етһәң, ҡайным, бер үберһең,
Етәлмәһәң, шаһит китерһең».
«Шәүрә килен» йырын йырларға яраттым мин. Йырлаһаң, ҡайғылар ҙа, ауырлыҡтар ҙа онотола һымаҡ ине.
Тормош еңелдән булманы. Ашау яғы наҡыҫ, йүнле кейем юҡ.
Килешһә-килешмәһә лә, һөйләйем әле. Инәйем ҡурмас ҡыҙҙыра ла ашъяулыҡ ситенә һәр беребеҙгә берәр ҡалаҡ ҡурмас һала, шуны сәйнәп сәй эсәбеҙ.
Яҡшы эшләгән өсөн «Ҡыҙыл башаҡ» колхозы өс тапҡыр мине бүләкләне. Бүләккә күлдәклек тауар, ҡап-ҡара ғына быйма алғаным хәтеремдә. Быймамды бик һаҡлап, ҡәҙерләп кейҙем.
Ҡышын беҙҙе Вознесингә бер айлыҡ курстарға ебәрәләр. Нати тракторын, комбайндарҙы өйрәттеләр. Уҡытыу мәктәптәге кеүек булды, төрлө фәндәр, хатта Совет Конституцияһы ла уҡытылды.
Уҡырға барғанда колхоз ат менән ебәрә. Мин теге быйманы кейеп санала эре барам. Ҡайтҡанда ат юҡ – йәйәү ҡайтабыҙ. Мин, быйманы сисеп, аяҡҡа йә итек, йә сарыҡ кейеп алам. Бүләккә бирелгән быймамды туҙҙырмаҫҡа тырашам инде, үҙемсә.
Һуғыштан һуң, күршебеҙ Мөхәмәтйәр ағайға эйәреп, клубҡа вечерға барҙым. Барһам, Наурыҙ ауылынан килгән Сабит исемле егет мандолинала уйнап йәштәрҙе бейетә. Оҡшатыштыҡ, өйләнештек. 1949 йылда Наурыҙға күсеп барҙым. Сабит ағайың менән яҡшы йәшәнек, биш бала үҫтерҙек. Ағайың, һуғыш инвалидымын, тип торманы, пенсияға киткәнсе, ветврач булып колхозда эшләне.
Эшемде баһаланылар. Алты миҙал менән наградланылар. Тыл һәм хеҙмәт ветеранымын. Һәйбәт пенсия алам. Учалы ҡалаһында хөкүмәт биргән йылы квартирала йәшәйем. Балаларым килеп яраҙам итеп тора. Сабит ағайығыҙ ғына иртәрәк китте, рәхәтлектә йәшәй бирмәне шул.
(Сабит ағай Байдәүләтов 1924 йылда Наурыҙ ауылында тыуған, 1942 йылда һуғышҡа алына. Башынан ҡаты яраланып, комиссовать ителә. Хаҡлы ялға киткәнсе, веттехник булып эшләне. 1992 йылда (68 йәштә) баҡыйлыҡҡа китте.)
Алик Байғарин, Наурыҙ ауылы.
Читайте нас