Бер ир аҡыл эйәһенә килә.
-Өйөм эсендә шул тиклем тығыҙ, ҡайһы саҡ ултырыр урын да ҡалмай. Ҙурыраҡ өй алырға аҡса юҡ, ни эшләргә?
-Бәрәстәре менән кәзә һатып ал. Тик мотлаҡ өй эсендә аҫра.
Ир тыңлай. Өй эсендә тамам урын ҡалмай, бысраҡ, һаҫыҡ.... Өс көн түҙә лә, йәнә аҡыл эйәһенә йүгерә.
- Әллә көлдөңмө минән!? Өйөм торғаны бер мәхәшәрәг әйләнде.
-Ә һин хәҙер кәзәне һатып ебәр ҙә, өйөң ни тиклем иркен булғанлығын үҙең дә күрерһең.....
Һүрәт алынды - https://ucrazy.ru/demotivator/page_9.html