Үткән шәмбе, Бөтә Рәсәй “Изге шәмбе” акцияһы сиктәрендә Учалы ҡалаһының Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә 13 йәшкә тиклемге малайҙар араһында дзюдо буйынса турнир ойошторолдо. Аңлашыла, пандемия арҡаһында сикләүҙәр һаҡлана әле.
- Бер йыл тирәһе ярыштарҙың йүнләп үткәне лә юҡ ине бит. Балалар көс һынашыуҙарҙы шул тиклем һағынғандар, ихлас ярыштылар! - ти учреждение директоры Рәмил Ҡусарин.
Турнир чемпиондары - Ислам Солтанов, Батыр Хөснөтдинов, Филдан Рәхмәтуллин (Ураҙ лицейы, тренерҙары - Ф.З. Шакиров), Даян Ғәфүров (1-се Башҡорт лицейы, А.Ю. Воронцов), Ратмир Артыҡбаев (10-сы мәктәп, А.В.Гончаров).
Ҡотлайбыҙ! Пандемиянан тиҙерәк ҡотолоп, бындай ярыштар йәнә йыш үтә башлаһын!