Яйыҡ
+20 °С
Дождь
Новости
1 Февраля 2021, 13:27

Йәнә “банк хеҙмәткәре” шылтырата.

Учалы кешеһе 150 меңдән ҡолаҡ ҡаҡты

Яҡташтарыбыҙҙың алданып ҡалыуҙары тураһында уҡырға ла ялҡа башлағанһығыҙҙыр! Енәйәтселәр бер үк ҡалып менән эш итһә лә, ҡармаҡтарына яңынан-яңы кешеләр эләгеп тик тора .
Ошо көндәрҙә йәнә 49 йәшлек яҡташыбыҙҙы аферистар төп башына ултырта, тип белдерҙе БР буйынса эске эштәр министрлығы. Берәү телефонына шылтырата ла, ҡурҡытырға тотона: имеш, һинең исемдән ниндәйҙер жуликтар кредит алған да, был аҡсаны йәшерен счетҡа күсерәләр; үҙең бәләле булып ҡалмаҫ өсөн фәлән-фәлән рәүештә эш итергә тейшһең. Теге бәндә үҙен “банктың именлек хеҙмәткәре” тип әйткәс, яҡташыбыҙ тыңлай, үҙ ҡулы менән бурҙарға 150 мең һум аҡсаһын күсерә. Ялған “банк хеҙмәткәренә” тик торғанда аҡса төшөрөп алыу оҡшап ҡалғандыр – алданған ирҙең ҡатынын да телефон аша бойһондороп маташа, әммә гүзәл зат аҡса тәңгәлендә нығыраҡ була бит ул – тыңламай.
Енәйәт эше ҡуҙғатылды, әммә тиҙ генә осона сыға алыуҙары шөбһә уята. Сабыйҙарса бер ҡатлы булмағыҙсы, яҡташтар!
Читайте нас