Яйыҡ
+20 °С
Облачно
Новости
2 Февраля 2021, 10:13

Был донъяла ниҙәр бар?

Колумнистика

Йәмәғәт биләмәләренән Ленинға ҡуйылған һуңғы һәйкәлде алып ташланыҡ, тип шатланалар Украинала. Уныһы Одесса өлкәһенең Старые Трояны ауылында торған була. Хәҙер хөрриәт тормош башланыр, тип көткән булалар микән? Бына инде, тарихи ғәҙелһеҙлек – Ленин булмаһа, бөгөнгө көндә Украина тигән ил дә булмаҫ, украин тигән милләт тә ҡалмаҫ ине буғай. Тик тарихты нисек теләйҙәр, шулай тулғандыралар хәҙер. Тауыҡ көлөрлөк бит - “Историческая правда” баҫмалары Американың яңы президентының шәжәрәһен төҙөп маташты. Йәнәһе лә, Джо́зеф Робине́тт Кесе-Ба́йден (Джо Байдендың тулы исеме) – Киев кенәздәренең тоҡомо, Ярослав Мудрыйға сыбыҡ осо тура килә.
Коронавирус бындай һөҙөмтәгә килтерҙеме, башҡа сәбәпме, әммә Рәсәй халҡы үткән йылда ныҡ ҡына кәмегән – 510 меңгә (2018, 2019 йылдарҙа кәмеү темпы 100 мең кеше тирәһе булған). 2020 йылдың 1 ғинуарында 146 миллион 748 мең 643 кеше булһаҡ, быйылғы йыл башына – 145 миллион 238 мең 185 кеше рәсми рәүештә иҫәптә тора.
Росстат мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй халҡының ысынбарлыҡтағы килемдәре былтыр 3,5 процентҡа түбән тәгәрәне, әйтәйек, 2013 йыл менән сағыштырғанда 10 процентҡа кәм. Ярар баш иҫән булһын, ҡалғаны ялғанып китеп бара ул. Хоҙай көнөн бирһә, йүнен дә бирә. Бөтә ил коронавирус эпидемияһынан зыян күрҙе тип әйтер инек, рибасылар ғына “туфан һыуы ҡалҡҡандан өйрәккә ни ҡайғы” тип йәшәй бирәләр: 2020 йылда Рәсәй банктарының саф табыштары 1 триллион 600 миллиард һум тәшкил иткән, тип хәбәр ителде.
Италияның Монтикьяри ҡалаһындағы 47 йәшлек табип Карло Моска әлегә тиклем милли герой тип әйтелә ине - коронавирус пандемияһы ҡыҙған мәлдә тәүлектәр буйына дауахананан сыҡмай сирлеләрҙе дауалай. Хәҙер иһә “ Үлем-табип” ҡушаматы таҡтылар. Тәфтиш бара – Карло Моска бер-нисә пациетҡа махсус рәүештә улар өсөн үлемесле укол яһаған, тигән шик бар. Төҙәлергә шанстары аҙ булған пациенттарҙан ошо рәүештә ҡотолоп, ҡалған ауырыуҙар өсөн стационарҙа “урын бушатҡан” тип тә әйтәләр. Көсөргәнешле, ал-ял белмәй эшләгәндән “ҡыйығы киткән” тигән фараз да бар.
Англиялағы Оксфорд университеты – донъяла иң данлыҡлы һәм боронғо уҡыу йорттарының береһелер. Ошо ҡалала студенттар йыйылып хәмер һемерергә яратҡан “The Lamb and Flag “ (“Бәрәс һәм байраҡ”) исемле паб 455 йыл буйы уңышлы эшләп килә лә, коронавирус пандемияһына ул да биреште – ябылыуы тураһында иғлан ителде. Беҙҙең кафе-ресторандар бушап ҡалыуға ни үпкә инде.
Өфөнөң Совет урамында, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы янында, Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмигә (1918-1999) һәйкәл ҡуйыу планлаштырыла. Былтыр Мәҙәниәт министрлығы һәйкәлдең иң яҡшы проектына конкурс иғлан иткәйне. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, конкурс оҙайтылды. Күрәһең, ҡәнәғәтләндерерлек вариант тәҡдим ителмәгән. Хәйер, Хәбибназар Нәжметдин яҙған, һаман да яратып йырланған йырҙар үҙҙәре генә лә уның хәтеренә гүзәлдән гүзәл һәйәкәл:
“Һин ғүмер ағыштарым”, “Батырҙар йыры” (...эйәрле ат беҙ менгәндәр), “Һиңә тағы мин бер киләм әле “, Был донъяға беҙ килгәнбеҙ икән, юҡҡа түгел, юҡҡа түгелдер”, “Өфө йүкәләре” һәм башҡа. Бер кешегә Хоҙай һәләтте сумырып бирһә бирә бит! Такси ни рәүештә эш иткәнен беләгеҙ инде: иркенләп яңғыҙы ла бара алаң, әгәр ҙә ҡалған пассажирҙарҙан алаһы хаҡты үҙең түләйһең икән. Рәсәйҙә “S7 Airlines ” компанияһы ла шул тәртипте индерә тип хәбәр ителде. 96 пассажирға тәғәйен авиалайнерҙы бер генә кеше лә яллай ала, ти. Рәхим итегеҙ: Мәскәүҙән Петербургҡа - 864 776, Геленджикка - 1 285 262 һум. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙгә бер миллионмы, бер миллиардмы, әллә ни айырма юҡ - тегеһен дә, быныһын да түләрлек рәт тә, теләк тә юҡ! Аҡсаны елдән алғандар ғына елгә туҙҙыралар бит ул.
Былтыр “Мигрант” операцияһы үткәргәндә полиция Мәскәүҙә 51 йәшлек Никодине Комадара атлы әҙәмде тота. Баҡһаң, 1999 йыл үҙе йәшәгән Сербияла кеше атып үлтерә лә (автобус кондукторын), 20 йылдан ашыу ваҡыт Рәсәйҙә ҡасып йөрөгән. Сит-ят ерҙә ҡаңғырғансы, илендә генә ҡалһа, бөгөнгө көнгә төрмәлә ултырып иреккә сыҡҡан булыр ине. Хәҙер ни, Сербия властарына бирелә. Ярты ғүмере ҡасҡынлыҡта үтһә, хәҙер бары төрмәгә ултыртылыр.
Читайте нас