Яйыҡ
+26 °С
Облачно
Новости
2 Февраля 2021, 12:50

Гибралтар боғаҙында ҡушылып бергә аҡҡан Урта диңгеҙ менән Атлантик океан һыуҙары үҙ-ара болғанмай

Гибралтар боғаҙында ҡушылып бергә аҡҡан Урта диңгеҙ менән Атлантик океан һыуҙары үҙ-ара болғанмай, артабанғы ағышта­рында меңәр милдәр һуҙымында үҙҙәренә генә хас химик составтарын, физик үҙенсәлектәрен, үҫем­лектәр һәм хайуандар донъяһын һаҡлап дауам итә. Ҡөрьән Кәрим­дең 55-се “Әр-рәхман” сүрәһенең аяттарында: “Беҙ ике һыу араһына пәрҙә ҡорҙоҡ” тип яҙылған.

Данлыҡлы француз ғалимы, океанолог Жак Ив Кусто Гибралтар боғаҙында ҡушылып бергә аҡҡан Урта диңгеҙ менән Атлантик океан һыуҙары үҙ-ара болғанмай, артабанғы ағышта­рында меңәр милдәр һуҙымында үҙҙәренә генә хас химик составтарын, физик үҙенсәлектәрен, үҫем­лектәр һәм хайуандар донъяһын һаҡлап дауам итеүен иҫбатлай. Был күренеш, бәлки, меңәр йылдарға һуҙылғандыр һәм донъя ахырына тиклем дауам итер. Бер ниндәй тәбиғәт закондарына һый­ма­ған, ул закондар менән аңлатып та булмаған ошо мөғжизәне белгән Кусто хайран ҡала, яңы асыш бит был тип ныҡ шатлана. Үҙ шатлығын дуҫы ислам динендәге француз ғалимы, хирург Морис Бюкай менән уртаҡлашырға ашыға. Ләкин дуҫы уны шатлығынан былай тип төңөл­дөрә: “Эй, ҡәҙерле дуҫ, был турала Ҡөрьәндә 1400 йыл элек әйтелгән. Әгәр Ҡөрьәнде алданыраҡ белгән булһам, мин үҙем дә фәнни мәсьәләләрҙе сисеүҙә үҙемә юл күрһәткән еп буйлап барыусы булыр инем”. Һуңынан Жак Ив Кусто бына нимәләр яҙа: “Был минең өсөн аяҙ көндә күк күкрәгәндәй тәьҫир итте. Ҡөрьәндең тәржемә­ләрен уҡығас, мин һоҡланып, хә­ҙерге заман фәндәрен 1400 йылға артта ҡалдырған Ҡөрьән кеше телмәре була алмаҫ. Ул – Аллаһ Тәғәлә телмәре, тип ҡыс­ҡырып уҡ ебәрҙем”. Ошо ваҡиғанан һуң Жак Ив Кусто һис кисекмәҫтән Ислам динен ҡабул итә һәм үҙен бик бәхетле иҫәпләй. Мосолман булып баҡыйлыҡҡа күсә. Әлеге әйтел­гән­дәр ҡоро һүҙ түгел, Ҡөрьән Кәрим­дең 55-се “Әр-рәхман” сүрәһенең аяттарында: “Беҙ ике һыу араһына пәрҙә ҡорҙоҡ” тип яҙылған.
Читайте нас