Яйыҡ
+21 °С
Ясно
Новости
2 Февраля 2021, 12:00

Социаль түләүҙәр артты

1 февралдән социаль түләүҙәр артты. Федераль льготаларға хоҡуҡтан файҙаланыусыларҙың айлыҡ аҡса түләүҙәре (ЕДВ) 4,9 процентҡа индексацияланды.

1 февралдән социаль түләүҙәр артты. Федераль льготаларға хоҡуҡтан файҙаланыусыларҙың айлыҡ аҡса түләүҙәре (ЕДВ) 4,9 процентҡа индексацияланды. Улар - инвалидтар, хәрби хәрәкәт ветерандары, радиацияға юлыҡҡандар, Советтар Союзы һәм Рәсәй Геройҙары, Социалистик Хеҙмәт Геройҙары һәм башҡа ҡайһы бер граждандар. Индексация күләме 2020 йылға ҡарата инфляция кимәленән сығып билдәләнә.
Шулай уҡ айлыҡ аҡсалата түләүҙәр составына ингән социаль хеҙмәттәр йыйылмаһы ла 4,9 процентҡа индексациялана. Закон буйынса, ул айлыҡ аҡсалата түләүҙәр тәғәйенләнгән һәр кемгә тейеш, кемдер уны аҡсалата, кемдер хеҙмәттәр рәүешендә ала.
Бынан тыш, февралдә ерләүгә пособие арттырыла. Пенсия фонды вафат булған пенсионерҙың туғандарына (әгәр ул эшләмәһә) 6 424,98 һум күләмендә пособие түләйәсәк.
Читайте нас