Өфөнөң ике ҙур сауҙа өлкәһенә килтерелгән бауыр паштеттарында Африка сусҡа тағуны вирусы геномы асыҡланыуы хәүефкә һалды. Аҙыҡ-түлек 4 ғиунарҙа уҡ килтерелгән, ә вирус 27 ғинураҙа ғына асыҡланған. Республиканың ветеринария идаралығы хәбәр итеүенсә, зарарлы аҙыҡ “Агро-торг”, “Элемент-трейд” һәм “Пятерочка” сауҙа селтәрендә һатылған. Әле ҡалған паштеттар кәштәләрҙән алынған һәм юҡ ителгән. Вирустың кеше сәләмәтлеге өсөн хәүеф тыуҙырмауы ла билдәләнгән. Вирус кешегә хәүеф тыуҙырмай тип тынысландыралар.