Яйыҡ
+21 °С
Ясно
Новости
2 Февраля 2021, 12:00

Һылыуҡай асыҡланды

Илсе ауылында “Айыҡ ауыл” республика конкурсы проекты сиктәрендә "Илсе һылыуҡайы-2021" конкурсы ойошторолдо.

Илсе ауылында “Айыҡ ауыл” республика конкурсы проекты сиктәрендә "Илсе һылыуҡайы-2021" конкурсы ойошторолдо. Бәйгелә Екатеринбург, Силәбе, Магнитогорск һәм Учалы ҡалаларының юғары һәм урта уҡыу йорттарында белем алыусы алты студентка көс һынашты. Уларға бер нисә этаптан торған һынауҙарҙы үтергә тура килде, ҡыҙҙар үҙҙәрен бар яҡлап күрһәтәләр: үҙҙәре тураһында һөйләйҙәр, башҡорт халыҡ традицияларын нисек белеүҙәрен, йыр-бейеүгә маһирлыҡтарын күрһәтәләр. Шулай итеп абруйлы жюри һөҙөмтәләре буйынса, Гран-приға һәм “Илсе һылыуҡайы-2021” титулына РФ Президенты эргәһендәге дәүләт хеҙмәте һәм халыҡ хужалығы академияһының Силәбе филиалында белем алыусы Елена Ильясова лайыҡ була. “Иң һомғол” номинацияһы Магнитогорск дәүләт техник университеты студенты Милена Бурмистровала. Ошо уҡ уҡыу йортонда белем алыусы Айгөл Кәримова “Иң артист һылыуҡай” номинацияһын ала. “Иң һоҡланғыс һылыуҡай” һәм “Иң ҡупшы һылуҡай” номинацияһы Учалы тау сәнәғәте колледжы студенткалары Эльвина Сәлиховаға һәм Раушания Моратоваға бирелде. “Мисс үҙенсәлеклелек” номинацияһын Уральск бизнес һәм ҡунаҡхана эше буйынса колледжында белем алыусы Рәсилә Ғайназарова яуланы.
Читайте нас