Йәндәй яҡын дуҫтың тыуған көнөн үткәрҙек. Күлдәк еңдәрен төрөп, аяғөҫтө баҫып һыйлай был. Ихласлыҡҡа ирәмһеп беҙ ҙә оҙағыраҡ ултырып ташлағанбыҙ. Эңерҙән таң атҡанға ҡәҙәр. Дуҫым беҙҙе оҙатҡас, мәктәпкә киткән, беренсе дәресенә ингән. Билдәле, өйгә эште тикшерерлек, яңы теманы аңлатырлыҡ хәле лә, рәте лә юҡ. Уҡыусыларға үҙ аллы эш биргән дә ултырған ерендә төнәп киткән категориялы уҡытыусы, үҙе йоҡо аралаш ҡоласын йәйеп-йәйеп ебәрә ти:
-Ағай-эне, әйҙәгеҙ, барына етешеп ултырығыҙ, хәҙер бисәкәй ҡоротлап һурпа килтерер!