Бөгөн Учалы тау сәнәғәте колледжының 22 студенты ҡулдарына диплом алды. Проходкалаусы һөнәренә уҡыған егеттәрҙең етәүһенә Шахта төҙөү идаралығы эш тәҡдим иткән дә инде. Ҡалғандары иһә кем әрме сафына үҙ бурысын үтәргә бара, ҡайһылары уҡыуҙарын дауам итәсәктәр.
Студенттарҙың кураторҙары билдәләүенсә, был курс бик тырыш, әүҙем булған. Районда эшсе көстәр әҙерләүсе уҡыу йорто булыуы үҙе бер мәртәбә булһа, ошондай уҡыусылары булыуы икеләтә ҡыуаныслы.