Яйыҡ
+21 °С
Облачно
Новости
4 Февраля 2021, 11:05

«Өс таған отряды» фильмы прокатҡа сыға

Мостай Кәримдең «Өс таған» повесы буйынса ҡуйылған «Өс таған отряды» фильмы 4 мартта киң прокатҡа сыға. Белеүегеҙсә, учалылар өсөн “Өс таған” повесы бигерәк тә әһәмиәтле. Мостафа Сафа улы 1950 йылдарҙа бер нисә йыл рәттән Өргөн ауылында ял итә һәм унан һуң"Өс таған" повесын, "Европа Азия" шиғырҙар циклын, "Әбүбәкер" хикәйәһен, тағы ла бихисап әҫәрҙәрен ижад итә.

Мостай Кәримдең «Өс таған» повесы буйынса ҡуйылған «Өс таған отряды» фильмы 4 мартта киң прокатҡа сыға.
Белеүегеҙсә, учалылар өсөн “Өс таған” повесы бигерәк тә әһәмиәтле. Мостафа Сафа улы 1950 йылдарҙа бер нисә йыл рәттән Өргөн ауылында ял итә һәм унан һуң"Өс таған" повесын, "Европа Азия" шиғырҙар циклын, "Әбүбәкер" хикәйәһен, тағы ла бихисап әҫәрҙәрен ижад итә.
“Өс таған” китабында дүрт айырылмаҫ дуҫ - Айҙар, Вәзир, Ғабдулла һәм Яҡуптың мажаралары һүрәтләнә. Дүҫтар Кирәмәт-Ирәмәл тауын ҡотҡарырға юллана. Геройҙарҙың береһе - Вәзир ысынлап та Өргөн ауылында йәшәй һәм Мостай Кәримдең улы Илгиз менән дуҫ була. Шулай уҡ повестың бәләкәй геройы Райхана яҡташыбыҙ, яҙыусы, Мостай Кәримдең дуҫы Мөхәмәт Хәйҙәрҙең ҡыҙы булыуы билдәле.
“Һеҙҙең Бөркөтлөлә булғанығыҙ бармы? Юҡмы ни? Донъялағы иң матур ауылдарҙың береһен күрмәй нисек түҙәһегеҙ икән?” “Өс таған” повесы нәҡ ошо һорау менән башланып китә ине. Һәм бына, ниһайәт, һәр беребеҙҙең шул Бөркөтлө ауылын үҙ күҙҙәре менән күреү мөмкинлеге тыуасаҡ. Кинола
Бөркөтлө “ролен” Ғафури районының Толпар ауылы башҡарһа, хикмәтле Кирәмәт-Ирәмәл тауы урынына гүзәл тәбиғәтле Йөрәктау шиханын күрәсәкбеҙ.
Читайте нас