Яйыҡ
+15 °С
Облачно
Новости
4 Февраля 2021, 10:50

Учалы саңғысылары беренсе

Ҡаланың саңғы-роллер трассаһында саңғы буйынса БР XXIII мәктәп уҡыусылары Спартакиадаһының зона ярыштары уҙҙы. Баймаҡ, Сибай, Межгорье, Белорет һәм Учалы спортсылары көс һынашты.

Ҡаланың саңғы-роллер трассаһында саңғы буйынса БР XXIII мәктәп уҡыусылары Спартакиадаһының зона ярыштары уҙҙы. Баймаҡ, Сибай, Межгорье, Белорет һәм Учалы спортсылары ҡатнашты. Классик стиль менән ҡыҙҙар 2 км, үҫмерҙәр 3 км араны ураны. Учалы командаһы алдынғылыҡты бирмәне, призлы урындарҙың барыһын да улар яуланы. I урында Зарина Ҡотломбаева менән Радмир Хәкимов, II урында – Амалия Унжакова менән Вилдан Кәримов; III урында – Талия хәбирова меәнн Иҙел Шакиров.
4х2 км дистанциялағы ҡатнаш эстафетала шулай уҡ Радмир Хәкимов, Амалия Унжакова, Вилдан Кәримов, Зарина Ҡотломбаева составындағы команда еңеүсе булды. Икенсе урында – Белорет, өсөнсө урында - Межгорье ҡалаһы командалары.
Ярыш һөҙөмтәләре буйынса учалылар - беренсе, белореттар – икенсе, өсөнсө урында – Межгорье командаһы. Саңғысыларыбыҙҙы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ, афариндар! .
Читайте нас