Яйыҡ
+11 °С
Облачно
Новости
4 Февраля 2021, 11:30

Юл ҡорбандары кәмемәй

Һуңғы арала юл фажиғәләре хәүефкә һала. Көн һайын берәй насар хәбәр ишетелә. Бөгөн иртән Бәләбәй – Николаевка – Туймазы – Баҡалы автомобиль юлының 132-се саҡрымында өс еңел автомобиль бәрелешә.

Һуңғы арала юл фажиғәләре хәүефкә һала. Көн һайын берәй насар хәбәр ишетелә. Бөгөн иртән Баҡалы районында үлемесле авария теркәлгән. Бәләбәй – Николаевка – Туймазы – Баҡалы автомобиль юлының 132-се саҡрымында өс еңел автомобиль бәрелешә.
Республика Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хәбәр итеүенсә, «Хендай Солярис» машинаһы водителе юл ҡағиҙәһен боҙоп алдындағы «Лада Гранта»ға бәрелә. Көслө һуғылыу автомобилде ҡаршы һыҙатҡа сығарып ырғыта, һөҙөмтәлә «Дэу Матиз»ға барып менә. "Матиз" руле артындағы 25 йәшлек ике бала әсәһе урында һәләк булған. Алты һәм өс йәшлек ике бала яҡындағы дауаханаға оҙатылған. Балаларҙың хәле тотороҡло тиҙәр. Ҡурҡыныс хәл
Читайте нас