Яйыҡ
+13 °С
Облачно
Новости
5 Февраля 2021, 08:35

Бесәйгә - көлкө, сысҡанға - үлем, ә эткә - ғәрлек

Бер ваҡыт беҙгә ҡара бесәй балаһы эйәләшеп алды. Кемдер аҙаштырып киткән ине булһа кәрәк. Берәҙәк булғас, йүнле бесәй түгелдер, тәртип яғы аҡһайҙыр бының: йә урлашалыр, йә “бәҙрәфкә” бара белмәйҙер тип шикләнһәк тә, шулай уҡ ислам диненең бер хәҙисендә ҡара бесәй ҡиәфәтендә шайтан үҙе йөрөй тиелгәндән бер аҙ шөрләһәк тә, тегене үҙебеҙҙә ҡалдырырға булдыҡ. Бының сәбәбе лә бар ине.

Зөлфиә МУЛЛАҒОЛОВА-СӘЛИХОВА
Бесәйгә - көлкө, сысҡанға - үлем, ә эткә - ғәрлек
(Уймаҡ хикәйә)

Бер ваҡыт беҙгә ҡара бесәй балаһы эйәләшеп алды. Кемдер аҙаштырып киткән ине булһа кәрәк. Берәҙәк булғас, йүнле бесәй түгелдер, тәртип яғы аҡһайҙыр бының: йә урлашалыр, йә “бәҙрәфкә” бара белмәйҙер тип шикләнһәк тә, шулай уҡ ислам диненең бер хәҙисендә ҡара бесәй ҡиәфәтендә шайтан үҙе йөрөй тиелгәндән бер аҙ шөрләһәк тә, тегене үҙебеҙҙә ҡалдырырға булдыҡ. Бының сәбәбе лә бар ине. Йәшәгән еребеҙ яңы төҙөлөп ятҡан микрорайонда йәйрәп ятҡан яланда. Ә ундай урында, билдәле, ҡыр сысҡандары күп була. Һуңғы ваҡытта ана шул кимереүселәр баҡсалағы картуфҡа, кишер-сөгөлдөргә ихласлап һөжүм итә башлағайнылар. Уларҙан ҡотолоу сараларының ниндәй генәһен ҡулланманыҡ: ҡапҡанын да ҡороп, ағыуын да һалып ҡараныҡ, ер аҫтына инеп киткән ояларына эҫе һыу ҙа ҡойоп аҙапландыҡ. Юҡ, бөтмәгәс бөтмәй инде ул ҡәһәр һуҡҡыры сысҡандар... Ана тап шулай аптыранып йөрөгән сағыбыҙҙа әлеге бесәй пәйҙә булды йортобоҙҙа.
Башта яратмайыраҡ, шикләнеберәк ҡабул итһәк тә, ҡара бесәйебеҙ беҙҙең өмөттө аҡланы. Сысҡан ауларға бик оҫта булып сыҡты Ҡараҡасыбыҙ, баҡсабыҙҙа бәләкәй кимереүселәрҙең эҙе лә ҡалманы. Ә иң ҡыҙығы ҡорбандарын беҙҙең юлға теҙеп һалып ҡуйып, күҙгә генә ҡарап маҡтағанды көтөп ултырыуы ине уның. “Иии, Ҡараҡасты, маладис бит ул!”, тип һыртынан бер һыйпап ебәрһәң дә, китә инде ҡупайып: үле сысҡандарын уңлы-һуллы һелтәп уйнатһынмы, мырылдығы сығып аяҡ аҫтында уралһынмы... Тәүҙәрәк тәртибе насарҙыр тип тыштараҡ йөрөткән бесәйебеҙҙе тиҙҙән өйгә “пропискаға” ла индереп ҡуйҙыҡ шунан.
Шулай итеп беҙҙең ышанысҡа инеп алды Ҡараҡас. Әммә Тузик менән генә дуҫлаша алманылар улар. Эт менән бесәй дуҫлығын ташҡа үлсәйем инде!.. Тузигыбыҙ Ҡараҡасты күреп ҡалһа, сынйырын өҙөрҙәй булып ярһып уға ташлана. Тик бер-береһенә иретеп ялғанған тимер дүңгәләктәр ҙә ныҡ шул, ажарланған этте ситкә бер аҙым да баҫтырмай. Уның байы әйҙә ләңкелдәп өрөргә керешә Тузик, хатта ҡай саҡ ҡолаҡ тоноп китә тауышынан. Ҡараҡас та эттең күҙ алдынан тиҙ генә юғалырға ашыҡмай, һыртын ҡабартып дуғалай кәкерәйә лә, яман ыҫылдап торған була. Уның был ҡиәфәтенән “Теләйһеңме-теләмәйһеңме, был йортта хәҙер миңә лә урын бар. Бушҡа сыпрандама йәме!”, тигәнде уҡыйһың. Тора-бара бесәйебеҙ Тузиктың йәнен үртәй торған яңы шөғөл дә уйлап тапты.
Бер ышанысҡа инеп алғас, Ҡараҡасыбыҙ тотҡан сысҡандарын беҙгә күрһәтеп маҡтаныуҙы кәрәк тип тапмай башланы, ахыры. Ул хәҙер ҡорбанын эләктерә лә, Тузик янына килә. Эттең сынйыры етмәгәнерәк урынға барып ята ла, теге сысҡаны менән әйҙә ихласлап уйнарға керешә. Уныһы, бесәй тырнаҡтарынан ҡотолорға тырышып, сыйылдай-сыйылдай тегендә-бында йүгергеләгән була. Ҡайҙан инде уға хәйләкәр бесәйҙән ҡотолорға, саҡ ҡына алыҫлашыуы була, осло тештәр уны тағы эләктереп ала. Шул уҡ ваҡытта Тузик тайсаһына* ла ебәрмәй ҡорбанын Ҡарасай. Юғиһә, уның да ҡармап алғыһы килә йыбырлап йүгергеләгән тере тубырсыҡты. Эй ымһынып, тамшанып, үрһәләнеп күҙәтә ул да бесәйҙең ҡорбанын. Ә Ҡарасай уның һайын шаша, тантана итә: “Күрҙеңме, мин сысҡан тоттом! Сөнки мин ирекле, нимә теләйем шуны ашай алам. Ә һин, меҫкен, тораһың инде шул тайсаңдан бер аҙым да ситкә сыға алмай, хужаларҙан ғына ашау өмөт итеп. Белгең килһә, мин был йортта кәрәклерәк йән эйәһе! Сөнки мин сысҡан аулайым. Ана бит, ҡайһы тиклем ҙур баҡсаны кимереүселәрҙән ҡотҡарҙым! Ә һинең ни файҙаң бар? Бар белгәнең - маҙа китәреп ләңкелдәп өрөү. Бахыр һин, әрәмтамаҡ һин, Тузик...”.
Яйлап меҫкен сысҡандың да хәле бөтә. Инде ҡаршылашып, ҡасып та маташмай, бесәй тарафынан сығарылған үлем язаһына риза булып, һуҙылып ята ла, әжәлен көтә башлай. Ул хәрәкәтләнмәгәс, Ҡарасай оторо ҡыҙып китә, ҡорбанын уңлы-һуллы һелтәп, ялпылдығы сығара, йомғаҡ уйнатҡандағы шикелле тәгәрәтепме тәгәрәтә генә. Ә Тузик һаман ымһына, һаман лауылдап өрә. Хәленән килһә, маҡтансыҡ бесәйҙең үҙен дә шул сысҡанды өҙгөләп ташлаған кеүек боғаҙынан сәйнәп ырғытыр ине, күрһәтер ине уға “бахыр”ҙы, танытыр ине “әрәмтамаҡ”ты, тик сынйырынан ғына ысҡынып китерлек түгел шул. Ирекһеҙҙән Ҡарасайҙың тантана иткәнен ғәрлегенән үрһәләнә-үрһәләнә күҙәтергә мәжбүр. Ахыр сиктә, был тамаша сысҡандың йән биреүе менән аҙағына ла яҡынлай. Ҡарасай уны Тузиктың күҙе алдында тәмләп-тәмләп ашап ҡуя ла, яланып-һыйпанып алғас, һауалы ғына баҫып солан аҫтындағы йоҡо һимерткән урынына йүнәлә.
Ҡайһы саҡ мин дә был тамашаны күҙәтеп торам һәм халҡыбыҙҙың “Бесәйгә - көлкө, сысҡанға - үлем” тигән мәҡәлен иҫкә төшөрәм. Тик әлеге осраҡта “эткә - ғәрлек” тигән юлдарҙы ла өҫтәп ҡуйыр инем...

(*Тайса - сик тигән мәғәнәлә).
Читайте нас