Бәләкәйҙән үк әсәйһеҙ ҡала. Ульяновск өлкәһе
Иваново балалар йортонда, 1940-42 йылдарҙа
Өфөләге НКВД ҡарамағында булған хеҙмәт колонияһында тәрбиәләнә. Балалар йортонда Александр Матросов тигән яңы исем һәм фамилия ала. 1942 йылдың сентябрендә Ҡыҙыл Армияға саҡырыла һәм Ырымбур янындағы Краснохолмск хәрби-пехота училищеһына уҡырға алына. 1943 йылдың ғинуарында Калинин фронтына 91-се айырым уҡсылар бригадаһына хеҙмәткә ебәрелә.