Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
Яңы йыл бүләге
Хикәйә
Күҙ йәштәренә быуылып, тауышһыҙ һулҡылдап илай-илай атланы Ғәлиә. Битенә, сикәләренә һарлығып, иғтибарҙы үҙҙәренә йүнәлтергә теләгән ҡар бөртөктәрен тойманы ла, күрмәне лә гүйә. Ерҙең тик аҡлыҡтан, тик сафлыҡтан ғына торған был мәлендә ҡыҙ өсөн бөтә донъяны һөрөм баҫҡан, күңел күген мәңге асылмаҫтай ҡара болоттар ҡаплап алғайны.
Подъезд ишеген магнит асҡысы менән асып ингәс, баҫҡыстарҙан күтәрелергә хәле етмәйсә, ярымҡараңғыла һәрмәнеп килеп стенаға терәлде. Ҡалтыранған ирендәре субырлап аҡҡан йәштәрен йота-йота бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатланы: «Нишләп яраттың мине был донъяға, Аллам?!! Нишләп тыуҙырҙың!..» Тик уға аулаҡлап күңелен бушатып алырға ирек бирмәнеләр, өҫтәге майҙансыҡта кемдәрҙер бар булып сыҡты, бына улар һаҡ ҡына итеп үҙ-ара һөйләште:
— Ишетәһеңме, Шакир ағай, берәү илай әллә?..
— Бесәйҙер... Бында подъезд тулы эт тә бесәй...
Тынып ҡалдылар. Ғәлиә иһә үкһеүен быуырға тырышып үҙ-үҙе менән көрәште.
Өҫтәгеләрҙең берәүһе тағы телгә килде:
— Ысынлап илайҙар ахыры... ҡана ҡарайым әле.
Теге әҙәм аҫҡа ыңғайлауға ҡыҙ өрккән илек ише баҫҡыстарҙан үргә йүгерҙе, әйтерһең дә яңы ғына фатирына барып етерлек көс таба алмай тормаған. Өс ҡатты һә тигәнсе елеп үтеп дүртенсе ҡаттың баҫҡыс майҙансығында тегеләрҙең алдына килеп тә баҫты. Уға ярҙам ҡулы һуҙырға теләгәне бер ҡатты ла төшөп етә алмаған икән. Аптырарға ла түгел. Былар бит уның күршеһе - мәңге айныҡмаҫ Шәкир ағайҙың дуҫтары. Үҙе кеүек үк һәр ваҡыт йә иҫереп, йә баш төҙәтергә эҙләп йөрөгән әтрәгәләмдәр. Күршеһен күргәс, сүгәләп ултырған Шәкир ағайҙың былай ҙа ҡәнәғәт йөҙө тағы ла яҡтыра төштө:
— Аһ-аһ, ҡарындаш, кем тиһәк әле, һин икән дә...
Тик Ғәлиәгә был алсаҡлыҡ артыҡ тәҫир итмәне:
— Тағы подъезда һабантуй үткәрмәксеһегеҙме?!
— Тартырға ғына сыҡтыҡ, ҡарындаш, бына ҡустылар килгәйне ҡунаҡҡа...
— Ҡунаҡтарығыҙ бөтмәҫ! Тауыш сығарһағыҙ бер һүҙһеҙ полиция саҡырам, һеҙҙең арттан подъезд таҙалап йөрөү етте!
— Ярай-ярай, ҡарындаш, өн дә сығармабыҙ, хәҙер инәбеҙ, хәҙер... – күршеһенең солтан хеҙмәтсеһеләй баш эйә-эйә сөсөләнеп һөйләнеүенә иғтибар ҙа итмәҫтән ҡыҙ сумкаһы төбөнән асҡыстарын соҡсоноп табып үҙ фатирын асты, бары һуңғы һүҙҙәр генә ишеккә ҡыҫылып өҙөлдө, — Был минең күршебикәм ул, ҡустылар, уҡытыусы, институтта уҡыта, бик етди ҡыҙыҡай, шулай ҙа һәйбәт ул, һәйбәт...
Ғәлиә туп-тура залға үтте һәм өҫтөндәге ҡиммәтле тунын һаҡһыҙ сисеп балаҫҡа ырғыттып, итектәрен дә һалып бер яҡҡа быраҡтырғас, бөхтә ябыулы диванына ауҙы ла, фатирындағы ҡотһоҙ яңғыҙлыҡтан, һалҡынлыҡтан һаҡланырға теләгәндәй, бесәй балаһы шикелле йомарланды. Бәлки, шулай итһә, был ҡотолғоһоҙ ауыр тойғолар, йөрәген тырнаған бахырлыҡ, кәмһенеү, түбәнһетелеү хисе уны йәлләп ҡалдырыр?
... Элекке көн кис әхирәтенә ҡуна барғайны. Дөрөҫөрәге, әхирәте Гөлфиә телефондан балаларын алып ҡалыр тороуҙы һорағайны, «һорағайны» тигәне лә, ғәҙәттәгесә, «Ғәлиә, балалар һиңә ҡала инде» йәки «Йортта ҡалдырырға һинән башҡа кеше юҡ», ул да булмаһа «Һинән башҡаға ышаныс юҡ инде, әхирәт» тигәнерәк үтенескә ҡарағанда хәл ителгәнде хәбәр итеү генә була ул. Ул арала әхирәтенең ире Гәрәй машинала килә һалып елтерәтеп алып та китте. Дуҫтарын туйға саҡырғандар икән. Ғәлиә был йортта тәүге тапҡыр ғына донъя көтөп ҡалмай, шунлыҡтан әхирәтенең күрһәтмәләрен тыңлап та тормаҫтан: «Йә-йә, сыға һалығыҙ, баланы илатаһығыҙ атыу», - тип тегеләрҙе ашыҡтырып йыйындырып та ебәрҙе. Иркен ҡалғас башта танһығы ҡанғансы ике бәләкәсте һөйҙө, уйнатты, унан мәктәп уҡыусыһы булған өлкәненең дәрестәрен тикшереп сыҡты. Бергәләшеп гөрләшеп киске аш ашап, тәнәйҙәрҙе ҡуйынына һалып еҫкәп кенә йоҡлатты. Икенсе көн дә төшкәсә ваҡытты уйын-көлкө менән үткәрҙеләр. Эңер ҡуйырыуға ата-әсә ҡайтты. Арманһыҙ булып арығандар, ир кеше арыуыҡ һуҡмышлап алған. Балаларҙы үҙ бүлмәләренә ебәргәс, өсәүләшеп туй мажараларын һөйләшеп табынлап алдылар. Яйлап һүҙҙең осо етеп килгән Яңы йыл байрамына барып ялғанды. Гөлфиә йылдағыса әхирәтен байрамды үҙҙәре менән бергә ҡаршыларға саҡырҙы. «Балаларға һинең беҙҙә булыуың үҙе байрам. Яңғыҙың нишләп ултыраһың? Әйҙә кил, бергә-бергә күңелле булыр», - тип өгөтләне. Шул ваҡыт балалар бүлмәһенән сар-сор иткән тауыштар килеп етте. Һуңғы көндә әсәй роленә ныҡ инеп киткән Ғәлиә «Ой, бәләкәстәр һуғыша!» - тип торҙо ла йүгерҙе. Ысынлап ике һәм өс йәштәрҙәге сабыйҙар бер ҡурсаҡты бүлә алмай ыҙғыша икән. Уйынсыҡтар йәшнигенән шундайыраҡ тағы бер ҡурсаҡ табып алып, уның сәс-башын рәтләп, маҡтап-маҡтап ҡыҙҙарҙың берәүһенә тотторҙо ла, аш бүлмәһенә килешләй, эстән Гәрәйҙең ярайһы тауышланып һөйләнгәненә ҡолаҡ һалып, туҡтап ҡалды.
— Нимәһен тағы быныңды саҡыраһың ул?! Нишләп мин байрам һайын уға ҡарап ултырырға тейеш? Исмаһам ире булһа икән!
— Һуң, Гәрәй, - Гөлфиә ирен тынысландырмаҡсы, - ул бит яңғыҙ...
— Уның яңғыҙлығында минең ней эшем бар? Әйҙә улайһа, яңғыҙ булғандарҙың барыһын да йый. Йүнле булһа ултырмаҫ ине әле.
— Балалар үҙен ярата, ураған һайын көн дә төшөп тора. Булмаған ирҙе ҡайҙан алһын инде...
— Ир менән йәшәр өсөн дә баш кәрәк, үҙең шулай тиергә яратаһың түгелме?
— Был осраҡта әйтмәйем бит.
— Ҡыҫҡаһы – все! Яңы йылда мин һинең яңғыҙ бисәңә ҡарап ултырырға теләмәйем! Ҡарарлығы булһа икән. Парлы берәйҙәрен саҡырабыҙ.
Ары Гөлфиә иренә уны яҡлап нимәләр әйткәндерме-әйтмәгәндерме - Ғәлиә уларҙы артабан тыңлап тора алманы. Ишеткәндәренән яман эш өҫтөндә тотолған шикелле булып ҡалтыранып, ҡабалана-ҡарһалана шунда ишек төбөндә торған итектәрен кейҙе лә, элгестән йолҡоп алып тунын ябынғас, башлығын эҙләп тә тормоҫтан тышҡа атылды. Уның сығып ҡасҡанын өйҙәгеләрҙең береһе лә аңғарып өлгөрмәне.
«Байрам һайын яңғыҙ бисәңә ҡарап ултырмайым», - тейме шул Гәрәй, Уйлап ҡараһаң, дөрөҫ әйтә бит. Нишләп улар көтөп алған Яңы йылдарын минең менән үткәрергә тейеш? Үҙҙәре кеүек ул парлы, балалы ғаилә менән ултырһалар күпкә күңеллерәк түгелме ни? Гөлфиә шул мине йәлләп саҡырған булалыр ҙа, мин – иҫәр, барыр ерем булмағас, һап итеп бара ла етәм инде...»
«Ҡарар ере булһа икән», - тип тә дөрөҫ әйтә инде Гәрәй. Ҡарар ғына ере юҡ шул. Табаҡ биттә таржыҡ танау ҙа, аран ауыҙ. Көлһә тештәре ҡыйыш, күҙҙәре иһә иламаһа ла шешмәкләнеп, ҡабаҡһыҙ булып тора. Буйға ла бүкән шикелле бит ул, күпме генә аҙыҡ-түлекте самалап ашап, диеталар тотоп маташһа ла тәне тын өрҙөргән кеүек тығыҙ, аяҡ-ҡулдары мускуллы, көслө...»
«Тимәк, башҡа ғаиләле дуҫтары ла уны Гәрәйҙәр кеүек кәрәк булғаны өсөн генә тоталар, саҡыралар. Ә башҡа нимәгә хәжәте бар уның – утыҙ бишкә еткән ямаҡ ҡарт ҡыҙҙың. Әхирәт тип йөрөгәндәренең ирҙәренә Ғәлиәнең аҡылы ла, физика фәндәре доценты булыуы ла кәрәк түгел, ә уның янында үҙҙәре менән аралашырлыҡ ире булыуы зарур. Шул булмаған ирҙең улар менән өҫтәл артында араҡы һемереүе йәки балыҡҡа йөрөүе, бик булмаһа эшкинмәгән машиналарын соҡоп, тәмәке көйрәтеп гәп һатып ултырыуы һан!»
... Илап-көйөп ята торғас ойоп киткән. Ишегенә «гөрҫ» итеп нимәлер килеп бәрелгән тауышҡа ҡурҡып уянып китте. Бүлмә дөм ҡараңғы, теге көн фатирынан кис сығып киткәс, ҡорғандарын да асмаған. Ул арала ишеккә тағы ла бер һуҡтылармы, типтеләрме лә аңлайышһыҙ ҡысҡырыштылар.
«Ну, был алкаштар!» Ғәлиә утын ҡабыҙып та тормаҫтан барып ишеген асып ебәрҙе лә, аяҡ аҫтында көрмәкләшеп ятҡан ирҙәргә ҡарап:
— Тороғоҙ давай! Юғалығыҙ күҙемдән! Шакир ағай, мин һиңә нимә тип әйттем?! – тип тауышын баҫа төшөп ҡаты өндәште.
Һуғышыусылар көрмәкләшеүҙән туҡтаһа ла, тора һалып баҫырға ашыҡманы, хәлдәре лә юҡтыр инде. Уларҙы айырып маташыусы, бая ҡайҙалыр илаусыға ярҙамға бармаҡсы булған йәшерәге, теге икәүҙе тартҡылап торғоҙҙо. Ғәлиә үтә тишерҙәй булып әлеге иргә төбәлде:
— Быныһына нимә ҡалмаған, йәш башы менән бабайҙар араһында эсеп йөрөмәгә!
Йәш ир уңайһыҙланғандай итте, аҡланырға теләп нимәлер әйтергә уҡталды ла, бары ауырлыҡ менән ыңҡылдатып тын юлына килеп ингән төйөрҙө генә йота алды. Унан ҡыҙҙың утлы ҡараштары аҫтында иптәштәрен алмаш-тилмәш һөйрәкләп ҡаршылағы фатирға ташыны. Ишек алдындағы майҙансыҡ бушауға Ғәлиә лә шап иттереп ишеген япты. Тик кире урынына етеп тә өлгөрмәне һаҡ ҡына итеп тағы шаҡынылар. Быға ла аптыраманы хужабикә. Ул бит эскесе күрше менән йәшәй. Шунлыҡтан төнгө һәм көндөҙгө әллә ни төрлө сәйер хәлдәргә, ҡауғаларға, ыҙғыш-һуғышҡа һәм бурысҡа аҡса теләнселәүҙәргә күнегеп бөткән. Әле лә, Шакир ағаһының бик ныҡыш кеше һәм уны ишетмәмешкә һалышыуҙың файҙаһыҙ икәнлеген белгәнгә, боролоп килеп һелкетә тартып ишекте асты ла:
— Шакир ағай, үтенәм!.. – тип башлағайны ғына, алдында йыуаш йылмайып торған баяғы ирҙе күреп албырғап китте.
— Ғәфү итегеҙ... Ней, һеҙҙән ғәфү үтенәйем тигәйнем... баяғы өсөн, - ир кеше уңайһыҙланыуҙан әле бер, әле икенсе аяғына аушайҙы.
Күршеһе ғауға сығарғанының иртәгеһенә һәр ваҡыт бына ошолай килеп тора ла, бөҙрә китап һүҙҙәре менән ғәфү үтенә, инде лә мәңге улай итмәҫкә ант итә, тағы ла шулай ҡыланһа үҙен әллә нимәләр эшләтергә лә рөхсәттәр бирә лә... өс-дүрт көндән шундай уҡ мажараны ҡабатлай. Ҡыҫҡаһы, Ғәлиәгә бындай хәл дә бик таныш һәм өйрәнелгән.
— Ай, Аллам! Шайтанымамы миңә һинең килеп тороуың. Теләһә нишләгеҙ, хет суҡынып ултырығыҙ, тик минең ишек төбөндә түгел. Аңлашылдымы?!
— Эйе-эйе, тик шулай ҙа ғәфү итегеҙ инде, һылыу.
— Мин һеҙгә бер ниндәй ҙә һылыу түгел.
— Бәлки... Һеҙ бая илай инегеҙ шикелле...
— Вот это не твое дело! Алкаш! – Асыуынан сәсәп китә яҙған ҡыҙ тегенең танауы төбөндә ишеген шап иттерҙе лә, ғәрлегенән шунда уҡ һығылып төшөп илап ебәрҙе. «Алкаш! Хайуан! Хәҙер ошо эскесегә генә көлөргә ҡалған...»
— Уф, Аллам, нишләп кенә дөмөктөрмәйһең... Нишләп кенә тыуҙырҙың был донъяға... – тип таҡмаҡлай-таҡмаҡлай буҙланы ул. Аҙмы-күпме шулай ултырып, бер аҙ ярһыуы баҫылғас та торорға ашыҡманы әле. Был фатирҙа ҡайҙа, күпме, нисек ултырһа ла, ятһа ла, торһа ла бер кемгә ҡамасауламаясаҡ! Сөнки бында уның үҙенән башҡа йән әҫәре юҡ!
— Һылыу... – ишек артынан һаҡ ҡына әйтелгән был һүҙҙән Ғәлиә йыландан ҡасҡандай тайшанды, йәһәт кенә усы менән танауын һыпырып, тауышына ҡатылыҡ бирергә тырышып:
— Кем бар унда?! – тип өндәште.
— Мин, һылыу, Ғаяз.
— Ниндәй Ғаяз тағы?
— Яңы һеҙҙең менән һөйләшкән... Шакир ағайҙың...
— Аңлашылды. Нимә кәрәк?
— Миңә - бер нәмә лә... Һеҙ һылыу иламағыҙ...
— Ни-мә-ә?!- «Ах, китмәй торған бит был, вис ишетеп торҙо микән?..»
— Иламағыҙ улай... Юҡ-барҙы күңелегеҙгә яҡын алмағыҙ. Һеҙ көлөп-йылмайып ҡына йәшәй торған кеше.
— Кит бынан, хәҙер полиция саҡырам.
— Китәм-китәм, тик һин илама, йәме.
Ул арала ҡаршылағы ишек асылып-ябылды. Инеп китте шикелле. Ә Ғәлиә һаман да ишеткәндәренән шаҡ ҡатып шул ерендә ултыра бирҙе. «Бына инде, хәҙер уны нәмә белмәй эсеп-туҙып йәшәгән эскеселәр ҙә йәлләй башланымы... Әллә нимәләр һөйләгән була бит әле... Йүнһеҙ...»
Таң һыҙылыуға ғына йоҡо дарыуы эсеп саҡ йоҡлап киткәнлектән, төшкә генә күҙҙәрен көсләп аса алды Ғәлиә. Түшәмгә төбәлеп тағы ла бер сәғәттәй ятты. Ә ҡайҙа ашығырға? Яңы йыл каникулдарына сыҡҡандар, бөтә донъя ял итә. Иртәгә байрам. Тик уның өйөндә байрам кәйефенең әҫәре лә юҡ. Киреһенсә, мәйет сыҡҡандағылай ауыр, ҡараңғы. Ул ике аҙналыҡ ялын ошолай ятып та үткәрә ала, быға берәү ҙә аптырамаясаҡ та, хатта был хаҡта берәүҙә белмәйәсәк тә. Ҡыҙ шундай уйҙарға баҫылып ята бирҙе.
Телефон шылтыраны. «Кем өй телефонына шылтыратырға мөмкин? Ә кеҫә телефоны ҡайҙа һуң әле? Улар бит сумкаһы менән Гөлфиәләрҙә тороп ҡалды. Вот, иҫәр, алйот!»
Ныҡышып зыңлаған телефонды тороп алырға тура килде. Гөлфиә икән.
— Сәләм, әхирәт! – тип сағыу тауыш менән ҡысҡыра был.
— Сәләм.
— Нимә ауырып тораһыңмы әллә? Ни булды?
— Юҡ, сәләмәтмен, яңы уяндым...
— Үәт, йоҡосо! Һиңә ней рәхәт, таң һарыһынан тырнап торғоҙған сабыйың булмағас, рәхәтләнеп йоҡо һимертәһең. Мин, бахыр, иҙерәп йоҡлау хаҡында хыялланам ғына.
— Ҡуй инде... – Ғәлиә трубканы һалып ҡуйырға ла иткәйне, тик ихлас һөйләшеп торған әхирәтен йәлләне.
— Ҡарале, Ғәлиә, кисә ҡалай сыға һалып ҡайтҡан да киткәнеңсе, сумкаң менән телефоның ҡалған, шапкың да. Ай-һай берәйһенә ашыҡҡанһыңдыр ул!
— Шулайтҡан тей.
— Ярай, киләһеңдер бит, бөгөн Яңы йыл да инде, әҙерләнергә кәрәк. Мин бынау ыбыр-сыбырҙан бер бушай алмайым, аш-һыу араһында булашыр хәл дә юҡ, ике яҡтан аҫылынышып тик йөрөйҙәр. Йә, нисәгә киләң?
— Нисәгә тип... Нәмә бит әле, Гөлфиә... Мин килә алмаҫмын ул.
— Нисек инде?.. Ҡайҙа бараһың?
— Бармайым, өйҙә булам.
— Бер үҙеңме? Бәй, бер үҙең бире шикелле нишләп ултырмаҡ булаһың, иҫәр?!
— … Бер үҙем булмайым...
— Ә кем була тағы? – Гөлфиәнең матур күҙҙәрен түп-түңәрәк итеп аптырап китеүен күҙ алдына килтереүҙән Ғәлиәнең күңеле күтәрелеп китте. Ә теле үҙе теләгәнде бытылданы:
— Берәү була... килә...
— А-ах, шилма! Үәт, йомоҡ! Миңә лә һиҙҙермәй кем менән танышып ятаһың унда?! Хәҙер үк үҙем киләм, һөйләтәм, күрәм!
— Пока әйтә алмайым. Ныҡышма!
— Ярай атыу, ну үпкәләйем, ҡара аны. Һинең өсөн бик шатмын да бит, әхирәт, тик һинһеҙ нисек итеп байрамды үткәрермен икән, бөтә нәмәне магазиндан алмағанда, бынау балалар менән...
— Йә инде, үткәрерһегеҙ әле. Ҡабаланам, эшем күп.
— Аңлашылды-аңлашылды, әхирәт, етеп килгән Яңы йыл менән һине. Байрамдан һуң мотлаҡ беҙгә алып киләһең, көтәбеҙ! Пип-пип-пип...
Инде лә кире ятып булмаҫ, йоҡоһо ла осто. Аш бүлмәһенә үтеп сәйнүк сыжлатты, үлән ҡушып сәй бешерҙе лә, сынаяғын тотоп тәҙрә алдына килеп баҫты. Тышта шундай матур, елберләп кенә ебәк ҡар яуа, бар тирә яҡ аҡлыҡҡа, сафлыҡҡа төрөлгән. Ҡаршылағы магазиндар, баҙар рәттәре мең төрлө төҫлө уйынсыҡтар, йүгерек уттар менән биҙәлгән. Ҡулдарына аҙыҡ-түлек, йылтыр ҡумталарға төрөлгән бүләктәр, шыршылар тотҡан кешеләр тегеләй ҙә былай ҙа үтеп кенә тора. Тик уларҙың береһе лә уға ашыҡмай, уны бер ерҙә лә көтмәйҙәр...
“Туҡта, нишләп Яңы йылды бер үҙе ҡаршылай алмай әле ул?” Ҡапыл башына килеп төшкән ошо уйҙан ҡыҙҙың яурындары турайып, ҡараштары асылып китте. Ысынлап та! Ниңә уға шыршы ултыртып өҫтәл япмаҫҡа?
Өс минуттан Ғәлиә эргәләге баҙарҙа шыршы һайлай ине инде. Быға тиклем уның бер тапҡыр ҙа үҙе һайлап шыршы алғаны булманы. Шуға ла әле ҙурҙарын, әле бәләкәстәрен тотҡолап икеләнде.
— Ҡунаҡтарығыҙ күп булһа танцы-маҙарға ҡамасауламаһын өсөн бәләкәйерәкте ҡарағыҙ, аҙ булһағыҙ инде ҙурырағын алырға була, - һатыусы егет бик аҡыллы булып кәңәштәрен бирҙе. Ғәлиә иһә: «Ә бөтөнләй яңғыҙ булһаң?» - тип әсе генә һүҙ атмаҡсы ине лә, тупаҫлыҡтың урынһыҙ һәм ваҡытһыҙ икәнлеген аңлап өндәшмәне. Уның яңғыҙ булыуында шыршы һатыусының ни ғәйебе бар?
— Бына ошо шыршыны алығыҙ. – Ҡыҙ таныш тауышҡа йәлп итеп боролоп ҡарауға кисәге Шәкир ағай ҡунағын күрҙе. Теге уртаса оҙонлоҡтағы бик ҡупшы ғына шыршыны алып уға һондо. — Һеҙҙең фатирға ошоһо яҡшы булыр.
Ғәлиә шыршыға тотонорға ашыҡманы:
— Һеҙ минең фатирҙы ҡайҙан беләһегеҙ?
— Һеҙҙеке лә Шакир ағайҙыҡы кеүектер бит. Мин дә уға ошо ҙурлыҡтағын һайлайым.
— Шакир ағайға шыршы кәрәкме? – ҡыҙ мыҫҡыллап ирен ситтәрен ҡыйшайтты.
Тик тегеһенең артыҡ иҫе китмәне. Бары тик:
— Нишләп кәрәкмәһен, матурлыҡ һәр кемгә лә кәрәк, - тип ике шыршыны ла алып йортҡа ҡарай китте. Ғәлиәгә түләй һалып, тая-тая артынан йүгерергә генә ҡалды.
Ҡайтып еткәнсе ләм-мим һөйләшмәнеләр. Ир кеше ҡыҙҙың шыршыһын ишеге төбөнә һөйәне лә үҙҙәренә инеп тә китте.
Был шыршыны ултыртыу ҙа бер мәшәҡәт икән. Ултырғысты баш түбән ҡуйып шуның эсенә нығытып та, мөйөштәге торбаға бәйләп тә ҡараны – ҡолай ҙа китә, ҡолай ҙа китә. Нишләргә был, иҙәндә ятҡан килеш биҙәп булмай бит инде. Ғәҙәттә, был фатирҙағы бар ирҙәр эшен Шакир ағай башҡара торғайны. Ул крандарҙы алмаштырһын тиһеңме, электр приборҙарын йүнәтһенме, телевизор, һыуытҡыс боҙолһонмо, яңы мебелде йыйыу булһынмы – барыһын да шул алтын ҡуллы ағай башҡарҙы... айныҡ булғанда, әлбиттә. Ул саҡтарҙа күршеләр һәр ваҡыт татыу булып килешеп кенә йәшәгән шикелле гәпләшеп ултырып яйлап сәй эсә, ҡыҙ яңғыҙаҡ өлкән кешене тәмле бәлештәр, аштар менән һыйлай, өҫ-башын йыуып, бөтәйтеп бирә, сөнки тегеһе бер ваҡытта ла хаҡ алмай, көсләп тә тоттороп булмай үҙенә. Ә бына эсеп алһа – бөттө, алмаштырған кеүек була ла ҡуя кеше.
«Айныҡманы микән...» Инде оҙайлы ваҡыт шыршы менән «көрәшкән» ҡыҙҙың күршеһенә барып шаҡыуҙан башҡа сараһы ҡалманы. Ишекте теге әҙәм асты.
— Һаумыһығыҙ тағы ла бер тапҡыр. Шәкир ағай ни хәлдә?
— Арыу, - ир кеше быға ни булған тигән кеүек ҡарап тора..
+20 °С
Ясно



